Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Октябрь 2018, 02:00

Яңы Һәйеттә талантлы быуын үҫә

Яңы Һәйет ауыл клубында балалар ҡатнашлығында "Илһөйәрлек беҙҙең йөрәктә" тип аталған сара үткәрелде.

Яңы Һәйет ауыл клубында балалар ҡатнашлығында "Илһөйәрлек беҙҙең йөрәктә" тип аталған сара үткәрелде.

Уҡыусы балалар әҙерләгән концерт номерҙарын ихлас ҡараны ауыл халҡы. Ҡыҙҙар-малайҙар "Алмағастар" һым "Бәрәңге" командаларына бүленешеп, йәшелсәләрҙән төрлө һындар яһаны, "Шалҡан" әкиәтен сәхнәләштерҙе.

Сара шулай күңелле уҙҙы. Байрам һуңында һәр кем әсәйҙәр бешереп килтергән тәмлекәстәр менән һыйланды.



Фото: автор.


Читайте нас: