Һәләтле йырсы Ильяс КИНЙӘҒОЛОВ хәҙер беҙҙең сәхнәләрҙе гөрләтә.
“Бәхет бар ул, бар ул бәхет,
Сирек быуат буйы сәхнә түренән төрлө эстрада йондоҙҙары тарафынан яңғыраған был йырға яңы һулыш өрөп, уны тағы ла моңлораҡ, бәхетлерәк итеп, Ишембай тамашасыһын бик тиҙ арала әсир иткән был йәш йырсының исеме кем тиһегеҙме? Уйлана тороғоҙ әле!
Бер килһә – килә бит ул. Көтмәгәндә ҡалабыҙҙың сәнғәт күгендә ике сағыу йондоҙ балҡыны. Улар береһенән-береһе яҡтыраҡ, баҙығыраҡ. Кемдәр тураһында һүҙ барғанын белдегеҙме инде? Әлбиттә, бик өмөтлө, йәш йырсылар - Рәфис Ишбаев менән Ильяс Кинйәғолов. Йондоҙҙар менән әңгәмәләшергә ашығам. Репетициялары гөрләп торған ваҡытта тап иттем уларҙы. Әртис кешенең һәр минуты ҡәҙерле, һанаулы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡуш ҡуллап әңгәмәләшергә ризалыҡ биргән Ильяс Кинйәғолов һүҙгә лә әүәҫ булып сыҡты. Йырсы Өфөлә тыуған. Баш ҡалала сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлаған. Опера йырсыһы булырға әҙерләнгән егет Татарстандың Быуа ҡалаһындағы театрға актер булып эшкә урынлаша, 2 йылдан 1-се категориялы драма актеры булып китә. Ошо уҡ йылдарҙа Татарстан телевидениеһы төшөргән алты фильмда уйнай. Үҙаллы аранжировкалар эшләргә өйрәнә. Ҡазанда тауыш яҙҙырыу студияһында ла тир түгеп ала. «Гәлсәр һандуғас-2015» телевизион йыр конкурсында иң яҡшы башҡарыусы тип таныла. Сәхнә йондоҙо Илһөйәр Бәҙретдинова үҙе менән эшләргә саҡырғас, күп уйлап тормай, Рәсәй, Башҡортостан ҡалалары буйлап гастролдәргә сыға. Бына шундай гастролдәрҙең береһендә Ишембай ҡалаһына, уның ҡунаҡсыл халҡына ғашиҡ була. 2017 йылда ҡалаға килеп, мәҙәниәт һарайында эш башлай. Киләсәккә уй- хыялдары менән дә уртаҡлашты йәш йырсы.
- Пландар ҙур. 10 йыл элек училищела бергә уҡыған дуҫым Рәфис Ишбаев менән республика буйлап гастролдәргә сығып китергә уйлайбыҙ. Беҙ сәхнәлә күптән бергә сығыш яһайбыҙ.Тыуҙырған образдарыбыҙ төрлөсә. Рәфис сәхнәлә үҙен тыныс тота, уның булмышына талғын, моңло йырҙар яҡын, ә мин - уның киреһе. Бына ошо ҡапма-ҡаршылыҡ бер-беребеҙҙе тулыландыра ла инде. Тағы ла беҙҙе йырға, тамашасыға булған һөйөү берләштерә. Ә был - иң мөһиме. Яңы проекттар тыуҙырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ишембай халҡын ғына түгел, беҙҙе белгән, ижадыбыҙҙы яратып ҡабул иткән тамашасыларыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ йырҙар менән һөйөндөрөргә иҫәп.
- Ишембай ҡыҙҙарын һинең йөрәгеңдең торошо ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ: азатмы ул, әллә ялҡынында яныусылар етерлекме?
- Минең кәләшем - Наиләм бар. Улай ғына ла түгел, 9 айлыҡ улым бар! Бәхетлемен. Әйткәндәй, ҡатыным - актриса.
- Йырсы булырға тигән теләк ҡасан тыуҙы?
- Мин бала саҡтан табип булырға хыялландым. Хатта медицина колледжына уҡырға индем. Сибайҙа үткәрелгән «Ирәндек моңдары» конкурсында 1-се урын алыуым тормошта пландарымды үҙгәртте. Атайым - Фәнил Кинйәғолов атаҡлы ҡурайсы. Ул да хәҙер Ишембай мәҙәниәт һарайында эшләй. Әсәйем - Зөһрә Усманова, бик күп хиттар авторы. Минең йырсы булып китеүемә өләсәйем дә булышлыҡ иткәндер. Яҡындарымдың барыһы ла сәнғәткә ғашиҡ кешеләр.
- Репертуарыңда ниндәй йырҙар өҫтөнлөк итә?
- 20-нән артыҡ халыҡ, эстрада, классик йырҙар бар. Иң яратып башҡарған йырым - башҡорт халыҡ йыры «Ильяс.»
- Беҙҙең яҡтар оҡшаймы һуң? Бында төпләнеп ҡалырға уйламайһыңмы?
- Ишембай халҡы йыр, моң ярата. Тамашасыларыма рәхмәтлемен. Минең теләгем - ҙур сәхнәләрҙә йырлау, башҡорт халҡының иҫ киткес моңло йырҙарын йыраҡ тарафтарға ла ишеттерәһем килә.
- Һиңә артабан да ижади үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!