Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Октябрь 2018, 02:00

Сәскә ат, республикам!

Республика көнө уңайынан Әхмәр мәҙәниәт йорто урамында көҙгө уңыш йәрминкәһе ойошторолдо. Һатыуға һөт-ҡаймак ҡына түгел, ә төрлө көнкүреш әйберҙәре лә сығарылды.

Республика көнө уңайынан Әхмәр мәҙәниәт йорто урамында көҙгө уңыш йәрминкәһе ойошторолдо. Һатыуға һөт-ҡаймак ҡына түгел, ә төрлө көнкүреш әйберҙәре лә сығарылды.


Мөхәмәт Ишбулдин, мәҫәлән, машина йөгөн тултырып ҡабаҡ алып килгән ине, Миләүшә Кинйәғолова иһә бал менән һатыу итте, ә инде мәҙәниәт йортонда әүҙем ҡатнашыусы Гөлфирә апай үҙенең әхирәте Суфия менән шәл, йылы ойоҡтар тәҡдим итте. Ауылдың уңған килене Сибогатова Лиана тормош иптәше эшләгән ҡул эштәре - өҫтәл, ултырғыс һатты Люциә Әминева тәмле-татлы торт бешереп алып килгәйне. Өҫтәлдәрҙә шулай уҡ һуған, һарымһаҡ, эремсек, ҡорот, май, ҡаймаҡ урын алды. Күрше ауылдан Гүзәл Аҡбулатова кәзә ҡымыҙын һатырға ҡуйҙы.

Әхмәр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдың үҙешмәкәр артистары башҡарыуында йырҙар байрамға тағы бер йәм өҫтәне.





Читайте нас: