Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Октябрь 2018, 02:00

Ошолай йыйылышып торорға яҙһын

Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда Оло йәштәгеләр көнөнә арнап “Йәшәйек әле!” тип аталған бик матур сара үтте. Байрамдың беренсе өлөшөндә ауыл үҙешмәкәрҙәре өлкән быуын вәкилдәрен хөрмәтләп концерт күрһәтте. Балаларҙың сығыштары байрамды тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.


Шулай уҡ инәй-бабайҙарҙы байрамдары менән ҡотларға Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идарасы Шаһиева Тәнзилә Тажи ҡыҙы, ветерандар советы рәйесе Ғөбәйҙуллина Жәмилә Нәғимрахман ҡыҙы килгәйне. Улар ауыл советы исеменән быйыл үҙҙәренең 70, 80 йәшлек ғүмер байрамдарын билдәләгән оло быуын кешеләрен тәбрикләне.


Сараның икенсе өлөшөндә иһә инәй-бабайҙар өҫтәл артында рәхәтләнеп сәй эсеп, йырлашып-бейешеп, эс серҙәрен бушатып күңел асты.
Читайте нас: