Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө - ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки әҙәм балаһы сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерә төҫлө, уңыштарын барлап, тәжрибәләрен башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлен кисерә һәм ул шуның менән бәхетле.