Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Сентябрь 2018, 02:00

Байрамға рәхим итегеҙ!

1 октябрҙә 10.00 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында Оло йәштәгеләр көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтә.

Хөрмәтле ишембайҙар!

1 октябрҙә 10.00 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында Оло йәштәгеләр көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтә.


Был көндө Мәҙәниәт һарайы фойеһында оло йәштәгеләрҙе муниципаль район хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм башҡа учреждениелар белгестәре ҡабул итә. Шулай уҡ ҡайһы бер медицина хеҙмәттәре бушлай күрһәтелә, сәй табыны, шашка, шахмат һәм дартс буйынса турнирҙар үткәреләсәк.


Шулай уҡ “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәренә яҙылыу ойоштораласаҡ. Һәр яҙылыусы бүләкле лә буласаҡ.

Байрам сараһы 11-00 сәғәттә үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары сығыштары менән башланып китә.


1 октябрҙә ҡала бөҙрәханаларында ташлама менән сәс ҡырҡтырыу мөмкинлеге лә буласаҡ. Ошо уҡ көндө 10.00-12.00 сәғәттәрҙә Ишембай һөнәрселек колледжында ла (Геология урамы,60) ветерандар сәстәрен бушлай ҡырҡтыра ала.


29 сентябрҙә, 1 октябрҙә “Рембыттехника” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Ленин проспекты,2) оло йәштәгеләргә сәғәт ремонтлауға 10 процент ташлама яһай.


30 сентябрҙә 8.00 сәғәттән 22.00 сәғәткәсә 1-се мунса ололарҙы 100 һумға хеҙмәтләндерә (ғәҙәти көндәрҙә -150 һум).


1 октябрҙә оло йәштәгеләр картиналар галереяһына (Ленин проспекты, 2) һәм тарих-крайҙы өйрәнеү музейына (Ленин проспекты, 16) бушлай инә ала.


Үрҙә күрһәтелгән барлыҡ хеҙмәттәргә ташламалар пенсионер таныҡлығын күрһәткән осраҡта башҡарыла. Рәхим итегеҙ!




Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.

Читайте нас: