Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Сентябрь 2018, 02:00

Этҡолда ҡабаҡ хәтәр уңған!

Этҡол ауыл моделле китапханаһында Ҡабаҡ байрамы уҙҙы.

Этҡол ауыл моделле китапханаһында Ҡабаҡ байрамы уҙҙы. "Әхирәттәр" клубы ағзалары йыйылған был сарала ҡабаҡтың файҙалы яҡтары, ниндәй ауырыу ваҡытында, нисек ҡулланырға икәнлеген генә һөйләшеп ҡалманы, ә бешереп килтергән төрлө аҙыҡтарҙан ауыҙ иттеләр.


Инира апайҙың ҡабаҡ бутҡаһы, Рәйсә апайһың ҡайнатмаһы, мантыйы, ләүәше, Гүзәл апайҙың ваҡ бәлеше телде йоторлыҡ итеп әҙерләнгәйне. Ә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең ҡабаҡтан эшләнгән һындары интернет селтәрендә йөрөгән һүрәттәрҙән бер ҙә кәм түгел ине!




Читайте нас: