Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Сентябрь 2018, 02:00

Буш ваҡытың булһа, түңәрәккә яҙыл!

Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында “Асыҡ ишектәр көнө” үтте.

Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында “Асыҡ ишектәр көнө” үтте.


Иртәнән алып кискә саҡлы экскурсиялар ойошторолдо, барлығы 300-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Тотош кластары менән дә, ата-әсәләре менән дә килделәр. Ижад һарайында эшләгән берекмәләр менән танышыу мәлендә ҡайһы берәүҙәр шунда уҡ түңәрәктәргә яҙылып та ҡуйҙы. Кисен иһә вокал, бейеү, гимнастика менән шөғөлләнеүселәрҙең, халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәренең ҙур концерты ойошторолдо.

Үткән уҡыу йылында Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында ике меңдән ашыу бала шөғөлләнһә, быйыл да шул сама уҡыусыларҙы йыйыу ниәтләнә. Быйыл заманса һәм халыҡ бейеүҙәре элементтары менән яңы бейеү коллективы ла тупламаҡсылар.


Балаларға һөнәрҙәр тураһында тәрәнерәк мәғлүмәт биреү, уларҙың нескәлектәре менән таныштырыу маҡсатында ойошторолған курстар ҙа уңышлы эшләй. Быға тиклем “Кейем дизайны”, “Йәш водитель мәктәбе” курстары булдырылһа, быйыл “Финанс грамоталығы нигеҙе”, “Сәнәғәт дизайны” буйынса яңылары индереләсәк.

Йыбанмай йөрөһәң, әллә күпме һөнәрҙәргә эйә булырға мөмкин. Айгөл Минеғолова етәкләгән “Хазина” халыҡ инструменттары түңәрәген дә балалар үҙ итеп өлгөргән. Беҙ барғанда ҡу-райҙа өйрәнеүсе малайҙарҙы тап иттек. 6-сы класта уҡыусы Динияр Йәнтурин икенсе йыл шөғөлләнә, ҡурайсылар ансамбле менән концерттарҙа ла сығыш яһап өлгөргән. “Хәтирә”, “Ҡарабай”, “Любизар” һәм башҡа көйҙәрҙе оҫта башҡара. Ә бына 3-сө класта белем алыусы Данил Туҡтаров әле яңы түңәрәккә килгән.

- Ҡурайҙы телевизорҙа күрҙем һәм минең дә унда уйнағым килде. Уның тауышы ла, үҙе лә оҡшай. Сәхнәгә сығып, ҡурайҙа уйнарға теләйем, - ти малай.

Дәрестәрҙә көйҙәр уйнап ҡына ҡалмайҙар, уларҙың тарихын да өйрәнәләр. “Ҡурайҙа уйнау баланы рухи яҡтан да үҫтерә, тын юлдарын, үпкәне лә нығыта”, – ти Айгөл Әнүәр ҡыҙы.


Һәләтеңде үҫтереү өсөн Ижад һарайы киң мөмкинлектәр аса. Күңелеңә тура килгәнен һайларға ғына кәрәк. “Йомшаҡ уйынсыҡ”, “Ҡул эше оҫтаһы”, “Кейем дизайны”, “Башланғыс техник моделләү” һәм башҡа түңәрәктәрҙә балаларҙы көтәләр.



Фото: автор.


Читайте нас: