Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2018, 02:00

Халыҡ йәрминкәгә сыҡты

9 сентябрь - Һайлауҙар көнөндә Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто алдында “Алтын көҙҙөң мул уңышы” тип аталған йәрминкә ойошторолдо. Нимә генә юҡ ине унда!

9 сентябрь - Һайлауҙар көнөндә Үрге Әрмет мәҙәниәт йорто алдында “Алтын көҙҙөң мул уңышы” тип аталған йәрминкә ойошторолдо. Нимә генә юҡ ине унда! Йәшелсә, ҡайнатма, һөт ризыҡтары, йомортҡа, бешерелгән әйберҙәр... Мал тотмаған оло йәштәге ауылдаштар үҙҙәре теләгән әйберҙе һатып ала алһа, балалар бешкән ризыҡтар ашап кинәнде.


Башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәхимова Рәмиҙәнең йәшелсә, емеш-еләктән оҫта итеп эшләгән һындары өҫтәлдәрҙе биҙәне.


Һуңынан
мәҙәниәт йортонда “Бергә йәшәүҙәргә ни етә!?” тип аталған бай
йөкмәткеле концерт булды. Үҙәккә үтерлек шиғри юлдар, дәртле көйҙәр,
моңло йырҙар яңғыраған тамашала күрше хаҡы, туғанлыҡ, дуҫлыҡ"тигән төшөнсәләр йыш яңғыраны. Ҡыҙыу эш мәлендә юҡ ваҡытын бар итеп
килгән ауыл халҡы концерттан фәһем алып таралышҡандыр, моғайын.
Читайте нас в