Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Сентябрь 2018, 02:00

Улыңды һәм ҡыҙыңды “Берғамыт”ҡа килтер!

Халыҡ бейеүҙәренең бәҫен, рухи һәм физик яҡтан тәрбиәләүен аңлаған ата-әсәләргә ҡыуаныслы хәбәр еткерергә ашығабыҙ: “Берғамыт” тың әҙерлек төркөмө туплана!

Халыҡ бейеүҙәренең бәҫен, рухи һәм физик яҡтан тәрбиәләүен аңлаған ата-әсәләргә ҡыуаныслы хәбәр еткерергә ашығабыҙ: “Берғамыт” тың әҙерлек төркөмө туплана!


“Күҙ теймәһен дәрттәре, оҫталыҡтарына – беҙҙең “Берғамыт”тар бит ул!” Ошо һүҙҙәрҙе күптән түгел Ҡала көнөндә олпат йәштәге ағайҙан ишетергә тура килде. Күптәр фекерен төплө итеп әйтеп ҡуйҙы ул – ишембайҙар “Берғамыт” муниципаль халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән хаҡлы ғорурлана. Район хакимиәте башлығы ҡарары менән 2001 йылда булдырылған ансамблде әлеге көндә Артур МӨХӘМӘТЙӘНОВ етәкләй. Данлыҡлы коллектив менән бергә үҫкән бейеүсе, хәҙер инде талантлы хореограф, етәксе, заманында ансамблде ойоштороусы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәр Хәлитов ҡуйған бейеклекте һаҡлай, үҫтерә белде. Бөгөн сәхнәлә бишенсе быуын артистар. 17 йылға яҡын эшләү дәүерендә коллектив республика ғына түгел, бөтөн Рәсәй, төбәк-ара, халыҡ-ара конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып, үҙен лайыҡлы күрһәтеп килә. Репертуарында өс тиҫтәнән ашыу донъя халҡы бейеүҙәре булған “Берғамыт”тар ижадынан башҡа, ғөмүмән, бөгөн районыбыҙ мәҙәниәтен күҙ алдына килтереүе ауыр. Һуңғы йылдарҙа “Байыҡ” республика телевизион бейеү конкурсында ла беҙҙекеләр әленән-әле призлы урындар яулай, уҙған йыл Камил Мөхәмәтйәнов балалар араһында хатта Гран-при алып ҡуйҙы – быларҙың барыһы ла ижад менән янған етәксенең, ансамблдең йөҙө.

- Быуындар бәйләнешен, ошо йылдарҙа тупланған тәжрибәне, йолаларҙы һаҡлап, йәш бейеүселәрҙе үҫтереү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Ансамблдең киләсәге ошонан тора, - ти Артур Рим улы. – Әлеге көндә ҡала мәҙәниәт һарайында “Берғамыт” ансамбленең әҙерлек төркөмөн туплайбыҙ. Беҙгә 7-10 йәшлек балалар килә ала. Үҙебеҙҙең ҡыҙҙар-малайҙар башҡорт көйҙәрен бәләкәйҙән үҙ итеп үҫһен, бейеүгә һәләттәре ваҡытында асылһын ине.


Ысындан да, хуплауға лайыҡ ниәт. Балалар, үҫмерҙәр өсөн ҡалалағы тиҫтәгә яҡын төрлө заманса бейеү ансамблдәре араһында тап ошондай асылыбыҙҙы һаҡлағаны, милли рух бөркөп торғаны етмәй ине. Әҙерлек төркөмөнөң аҙнаһына өс тапҡыр берәр сәғәт шөғөлләнеүе күҙ уңында тотола. Аҙ хәрәкәтләнгән, ҡыуҙан һуң компьютер артына сума һалған балаларҙың ата-әсәләре лә был яңылыҡты иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ: бейеү ул – һаулыҡ, дәрт, ижади мөхит. 8-987-609-17-93 һандары буйынса шылтыратып, төркөмгә яҙылырға, тулыраҡ мәғлүмәт алырға була.





Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.


Читайте нас: