Ғаилә ҡәҙере, мәртәбәһе булған йәмғиәттең киләсәге өмөтлө. Этҡол ауыл Советы ауыл биләмәһендә был ҡағиҙәгә тоғро ҡалалар. Ошо көндәрҙә биләмәнең көмөш һәм ынйы туйҙарын билдәләүсе парҙары ауылдаштар хөрмәтен татыны.
“Тирә-яҡҡа ауылыбыҙ данын таратырҙай, кешеләргә үрнәк булырҙай, күңелдәребеҙҙе ҡояш нурында мансырҙай парҙар”, - тип, алып барыусылар юбиляр ғаиләләрҙе - Рәсимә һәм Рәсүл Ғәйнетдиновтар, Аида
һәм Дамир Латиповтар, Клара һәм Азат Ғәлиевтар, Лилиә һәм Илмир Даүләтҡоловтар, Гөлсидә һәм Фәнис Нәбиуллиндар, Һәҙиә һәм Байрамғол Хәйруллиндарҙы ауылдаштарының алҡышы аҫтында сәхнә түренә саҡырҙы. Ғорурланып та, һоҡланып та һөйләрлек ғаиләләр, һәр береһе үҙ бәхетен таба белгән, тәрбиәле, матур балалар үҫтерәләр, донъялары йәмле, бөтөн – бәхет серен тап ошондай парҙарға ҡарап аңлайһың да инде.
Ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова, һәр ғаиләгә рәхмәт әйтеп, Ғаилә йылы булғанға ғына түгел, ә, ғөмүмән, ауылда элек-электән халыҡ ихтирамын ҡаҙанған парҙарҙы ошолай ҙурлау йолаһы һалыныуын әйтте.
- Йәштәргә өлгө, беҙгә таянысһығыҙ, алтын туйҙарығыҙҙы ла бергә ҡаршыларға яҙһын. Барығыҙға ла һаулыҡ, артабан да ошолай бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйем, - тине Нәсимә Ғайса ҡыҙы, ғаиләләргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырып. Ихлас тәбрикләү һүҙҙәре яңғыраны был көн. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Шаһиева, сараның әһәмиәтен, тәрбиә көсөн юғары баһалап, кешенең рухи булмышы, тыуып үҫкән ергә һөйөүе, быуындар бәйләнеше тап ғаиләлә һалыныуын билдәләне.
- Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары исеменән барығыҙға ла именлек, олатай-өләсәйҙәр булып, бала бәхетен татыуығыҙҙы теләйем. Һәр биләмәлә үтһен бындай саралар, - тине Гүзәл Ғайса ҡыҙы. Ғаиләләргә ҡотлау һүҙҙәре менән бүләктәрҙе район Советы депутаты, эшҡыуар Светлана Демьянова ла тапшырҙы.
- Этҡол ауылы биләмәһендә егәрле, матур кешеләр йәшәүен һәр саҡ үҙемә билдәләй киләм. Бөгөн ошо сабыр, нурлы парҙарҙы, һоҡланғыс сығыштарҙы күреп, быға тағы бер инандым, - тине ул.
“Иң матур ауыл” кеүек республика конкурсында ҡатнашыуға дәрт, нигеҙ ошондай тырыш ғаиләләргә таянып та тыуалыр, тип уйлап ҡуйғандыр байрамды күреүселәр. Хаҡлыҡ бар бында, татыу, тәрбиәле ғаиләләр – ауыл көсө, киләсәге. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Александр Работяев та, матур ерҙә матур кешеләр тыуа тигән хаҡиҡәтте иҫкә төшөрөп, байрамды ойоштороусыларҙың ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүҙә тырышлығын баһаланы.
Мәүжиҙә Шәмсетдинова етәкселегендәге “Емеш” бейеү ансамбле, “Умырзая” фольклор ансамбле сығыштары, Тәнзилә Аҫылгәрәева, Нурия Йәлилова, Гөлназ Ғафарова, Алмаз Усманов башҡарыуында халыҡсан йырҙар байрамға сағыу төҫ, кәйеф бирҙе. Туғандары, ауылдаштарының изге теләктәре ғаиләләргә тағы оҙаҡ йылдар тормош дәрте өҫтәп торор. Мөхәббәтле йорттоң түрендә бишек ҡояш булып эленеп торор, тиҙәр. Ҡояшлы, ишле булһын ғаиләләребеҙ.