Баҡсала үҫкән мул уңышлы еләк-емештәрҙән һәм йәшелсәләрҙән төрлө йәнлектәр, сәскәләр һәм башҡа һындар эшләп күргәҙмә ойошторолдо. Йәшелсә-емештәр шулай уҡ һатыуға ла сығарылды. Был йәһәттән иң әүҙем ағинәйебеҙ Фәниә апай Рәшитова булып сыҡты. Ул үҙе үҫтергән бәрәңге, һарымһаҡ, помидор, кишер, сөгөлдөр, алма, сливаларын алып сыҡҡайны. Ағинәйебеҙҙең үҙ ҡулдары менән үҫтергән мул уңышты ауылдаштар ихлас һатып алдылар.