Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Август 2018, 02:00

Һау бул, йәй!

Бөгөн Көҙән ауылы мәҙәниәт йортонда "Һау бул, йәмле йәй, һаумы, алтын көҙ!" тип исемләнгән уйын программаһы уҙғарылды.

Бөгөн Көҙән ауылы мәҙәниәт йортонда "Һау бул, йәмле йәй, һаумы, алтын көҙ!" тип исемләнгән уйын программаһы уҙғарылды.


Иң тәүҙә ҡыҙҙар-малайҙар кем, ҡайҙа, нисек ял итеүҙәре тураһында һөйләне, шунан һуң күмәкләшеп йәй һәм көҙ миҙгелдәре менән бәйле йомаҡтар систе.

Байрамға Көҙ апай килеүе лә үҙенсә бер йәм өҫтәне.

Балалар ике командаға бүленешеп, етеҙлектә, тиҙлектә, тапҡырлыҡта үҙ көстәрен һынаны. Ә байрам аҙағында һәр кем татлы ҡарбуз менән һыйланды.




Читайте нас: