Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Август 2018, 02:00

Иң сағыу фестивалгә рәхим ит!

31 августа Ишембайҙа Ағиҙел яры буйында Бөтә Рәсәй буяуҙар фестивале үтә.

31 августа Ишембайҙа Ағиҙел яры буйында Бөтә Рәсәй буяуҙар фестивале үтә.


Сараға килеүсе ҡунаҡтарҙы өс сәғәт буйы уйын-көлкө, күңелле ял көтә. Һәр кем байрамдан ыңғай тәьҫораттар ғына түгел, ә төрлө төҫтәргә буялып ҡайтып китһен өсөн сәғәт һайын алып барыусының бойороғо буйынса күпләп буяуҙар ебәреү ойоштороласаҡ. Сәхнәлә ҡаланың кавер төркөмдәресығыш яһаясаҡ, ә диджейҙар иң һуңғы хиттарҙы әҙерләйәсәк.

Байрамда яратҡан көйөңә бейей, төрлө приздар ота, тәмле итеп тамаҡ туйҙыра ла алырһығыҙ. Фестивалгә инеү бушлай. Сара 17.00 сәғәттә башлана. Яңылыҡтар менән “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми сайтта vk.com/vmeza_ish_k танышып барырға була.
Читайте нас: