Ҡазанда йәшәүсе яҡташыбыҙ Илдар Туҡаевтың репертуарынан был йыр юлы. Тик ул йырсы түгел, ә табип. Дөрөҫөрәге, гармунсы табип. Тап гармун моңона булған һөйөүе уны тыуған яғынан алыҫҡа алып китә лә инде.
70-90-сы йылдарҙа Ишембай үҙәк район дауаханаһының данлыҡлы неврология бүлексәһендә хеҙмәт иткән невропатолог Илдар Туҡаевты ҡала һәм район халҡы хәтерләмәй булмаҫ.
- Башҡорт медицина институтында уҡығанда практикаға ҡайтҡан еремдән Сәриә Ибраһим ҡыҙы Ғүмәрова ебәрмәне лә ҡуйҙы, - ти Ҡыҙыл Йондоҙ ауылы егете остазы, үҙе эшләгән коллектив тураһында йылы хәтирәләргә бирелеп.
Әйткәндәй, уның атаһын, районда билдәле агроном Даминдар Барый улы Туҡаевты ла, оло һәм урта быуын яҡшы белергә тейеш. Бөтә ғүмерен “Ударник” колхозына хеҙмәт итеүгә арнаған белгес булды ул. Йәмәғәте Фәриҙә Вәли ҡыҙы менән 4 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бына ошо агроном һәм уҡытыусы ғаиләһендә баш бала булған Илдар бәләкәйҙән артист булырға хыяллана ла инде.
- Гармунда үҙемде белгәндән бирле уйнайым. Башта уйынсығында “һыҙҙырта” инем, һуңынан ололар кеүек ысынында уйнағы килде. 5 йәшемдә атайым, бойҙай һатып, баҙарҙан хромка алып ҡайтты, - тип һөйләп алып китте Илдар Даминдар улы ғүмерлек шөғөлө тураһында.
- Эй шатланғанды белһәгеҙ! Әртис булам, тим дә уйнайым. “Уйна, тик әртис булма”, - ти торғайны атай. Үҙе мин уйнағанда күҙҙәрен йәшләндереп тыңлар ине. Әсәй менән икеһе лә йыр-моңдо яраттылар...
Агроном малайының игенсе түгел, ә гармунсы булып китеүендә ут күршеһенең дә “ғәйебе” бар икән.
- Кәлимулла абызыйҙарҙа ауылда берҙән-бер патефон булды, йорттарынан һәр саҡ моң ағылыр ине. Мин урамда уйнар урынға, баҡсаға сығып ултырам да, йыр тыңлайым. Мәғәфүр Хисмәтуллиндың “Грузин сәйе” әле булһа ҡолаҡта яңғырап тора.
Беҙҙең ауылда гармунсылар күп булды: Дәрүиш, Венер, Ғилман абызыйҙар, Рафаэль Ишморатов. Үҫмер, йәшлек йылдарында улар менән уҙыша-уҙыша гармунда һыҙҙыртҡан саҡтар бар ине. Бер ваҡыт Йондоҙҙа берҙән-бер гармунсы булып ҡалдым, егеттәр армияға китте, Дәрүиш абызый, олоғайҙым тип, ҡапҡа төбөндә генә уйнар булды. Кинйәбулат ауылына клубҡа киске уйындарға йөрөнөк. Гармунға ҡушылып йырлашып, клуб иҙәндәренә һыу һибә-һибә ярышып бейегән саҡтар бер минең күңелдә генә уйылып ҡалмағандыр...
Сәнғәткә һөйөүе нисек кенә көслө булмаһын, атаһының “әртист булма” тигән һүҙен тотоп, табип булырға ҡарар итә егет. Һәм, яңылышмай, бына тигән һөнәр эйәһе сыға үҙенән. Шул уҡ ваҡытта гармунынан да айырылмай. Ишембайҙа эшләгән сағында, үҙешмәкәр сәнғәт эшмәкәрҙәре конкурсында ҡатнашып, финалға үтә.
90-сы йылдарҙа ғаиләһе менән Яр-Саллыға күсеп киткәс тә йыр-моң донъяһынан ситләшмәй. Мөмкинлек сыҡҡан һайын конкурстарҙа ҡатнаша, медицина хеҙмәткәрҙәре араһында лауреат була. Ишембайҙан үҙе менән алып килгән хромка, саратовскийҙар янына хәҙер инде тальяндың ҡыңғыраулыһы өҫтәлә.
- Тағы ла матурыраҡ гармундар моңон ишетәм, тик уларҙы табыуы ҡыйын ине. Нәҡ гармун артынан уның ояһына - Ҡазанға сығып киттем дә инде, - ти тиҫтә йылдан ашыу Татарстандың баш ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ. - Унда участка табибы булып эшләйем, 2500-ләп кешене хеҙмәтләндерәм. Доктор–гармунсы тигән ҡушаматым да бар. Бөгөн шәхси коллекциямда 7 гармун һәм 3 баян иҫәпләнә. 2011 йылда Фәйзулла Туишев исемендәге тальянсылар бәйгеһендә лауреат булдым. Йылына бер-ике тапҡыр телевидениеға халыҡ ижадына арналған тапшырыуҙарға саҡыралар. Һабантуйҙарҙа профессиональ артистар менән бер сәхнәлә сығыш яһайым. Отпускы ваҡытында улар менән күрше өлкәләргә, республикаларға гастролдәргә сығам...
Яҡташтарым алдында бер сығыш яһарға ине
Был юлы гастролдәргә сыҡмаһа ла, Илдар Даминдар улы тыуған яғына үҙе менән бергә гармундарын да алып ҡайтҡан. Етәүҙе! Машинаһында ҡәҙерле пассажирҙар кеүек кенә йөрөтә уларҙы.
- Гармун бит ул мәжлестәрҙә генә яңғырата торған инструмент түгел, унда классика ла уйнап була. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлай торған ҡорал да ул, - тип фекер йөрөтә гармунсы табип. - Һәр бер кешенең үҙ тауышы булған кеүек, һәр гармундың да үҙ моңо бар. Мин үҙем гел ҡулдан яһалғандарҙы һатып алам, сөнки кеше уларҙы күңелен биреп, халыҡҡа оҡшаһын тип яһай. Ошо гармундарым менән яҡташтарым алдында бер сығыш яһарға ине , - тине лә Илдар ағай, тальянын һуҙып, йырлап ебәрҙе:
“Уйна, дуҫым, йәнә бер көй,
Юҡ, уйнама, туҡталып тор,
Күҙҙән йәште һөрткәнсе...”
Кеше тыуған яғынан һуңынан ғүмере буйы уны һағыныр өсөн китәлер ул. Илдар Даминдар улын да нәҡ ошо тойғо алып ҡайта ла инде Башҡортостанына. Донъя шул тиклем тар бит ул. Яҡташымды һис уйламағанда Әлшәй районы Уразмәт ауылында осраттым. Бер яҡ кешеләре бит беҙ, ауылдар йәнәшә генә, атайҙар бергә эшләне. Һүҙ тиҙ беректе, күп нәмәләрҙе хәтергә төшөрҙөк...
- Беҙҙең Йондоҙ ауылы бәләкәй генә бит инде, шуға бер туған кеүек йәшәнек. Күршеләр менән бик татыу булдыҡ, бер яҡта - Зәки абызый Ишморатовтың ғаиләһе, икенсе яҡта - атаҡлы тимерсе, балта оҫтаһы Кәлимулла абызый Хәмиҙуллиндыҡы. Уларҙың балалары менән бергә уйнап, бер-беребеҙҙән төрлө һөнәргә өйрәнеп үҫтек, - ауылдаштары, йүгереп уйнап үҫкән еркәйе тураһында ҙур йылылыҡ менән иҫкә алды Илдар ағай. - Өйөбөҙ йыш төшөмә керә. Баласаҡ йылдары ныҡ иҫтә ҡалған: Тәйрүктә һыу инеүҙәр, атайҙың тарантасына ултырып йөрөүҙәр... Ул саҡта йәйҙәр йәмлерәк, һыуҙар тәмлерәк, ҡояш йылыраҡ кеүек ине. Үҙебеҙҙең ялан-болондарҙағы хуш еҫле үлән еҫтәрен, әсәйемдең шул үләндәрҙән яһаған сәй тәмен мин башҡа бер ҡайҙа ла татыманым, тойманым. Шуға ла йыл һайын ҡайтып, тыуған яҡ һауаһын һулап, шишмә һыуҙарын эсеп, күңелемә дәрт, йөрәгемә ялҡын өҫтәп, уталып китәм...
Ҡабат-ҡабат уйнап йырланы ул ғүмерлек юлдашына әйләнгән тальянында. Берсә дәртләнеп-ҡанатланып, берсә ярһып-һағышланып уйнаны...