- Мәктәп гөрләп торҙо, уҡыусыларыбыҙ менән ғорурландым һәм әле лә һоҡланам, - тип хәтирәләре, ҡыуаныстары менән уртаҡлашты мәғариф ветераны. Ысынлап та, ниндәй ҙур исемдәр биргән бит был ауыл. Кемдер ауыл хужалығында алдынғы, кемдер ғалим-физик, медицина, юстиция, күптәре мәғариф, ижад өлкәһендә яҡтылыҡ өләшеүселәр: Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғмәтуллин, Салауат Кәримов, Салауат Хәйбуллин, Салауат Арыҫланов, Әмир Мәҡсүтов, Гөлназ Әхмәҙиева, Рәйсә Күзбәкова, Гөлшат Әхмәтова... Хәйер, был исемлектең осона сығырлыҡ та түгел һымаҡ. Кескәй генә ауылдан ҙур таланттар ағылған да ағылған. Бөгөнгө белем биреү стандарттарында баланың һәләтен үҫтереп уҡытыу алымын әле бынан илле йыллап элек үҙ эшендә ҡулланған Әҡсән Мәғәфүр улының да роле барҙыр бында. Ә исеме менән район премияһы булдырылған, данлыҡлы педагог, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ғайса Кәримов нисәмә уҡыусыһына ҡанат ҡуйған шәхес! Иң мөһиме: ошо шәхестәрҙе ауылдаштарының ғына түгел, район, республика ғорурлығы тип тә беләбеҙ.