Ҡарайғанда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте.
Тыуған ерен данлап, ата-әсәһен хөрмәтләп, тыуып-үҫкән изге тупраҡҡа аяҡ баҫҡан ерҙәштәрен ҡарайғандар ҙур ихласлыҡ менән ҡаршы алды.
Һәр ауылдың үҙ уңғандары, тырышып донъя көткән, ауыл данын күтәргән шәхестәре бар. Ҡарайған ауылында ла ундай ғаиләләр бихисап: Вәлиевтар, Сөләймәновтар, Сәфәрғоловтар, Ждановтар, Кинйәғоловтар, Гавриловтар, Кәримовтар, Батраевтар һәм башҡа бик күп ғаиләләр. Шуныһы шатлыҡлы, йәштәрҙең күбеһе тыуған ауылын ташлап китмәй, атай нигеҙен һыуытмай, яңы йорттар һала, матур ғаиләләр ҡора. 2017-2018 йылдарҙа ғына ауылда тиҫтәнән ашыу бала тыуған. Байрамға махсус рәүештә килгән район хакимиәте ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шаһиева донъяға яңы ғына ауаз һалған сабыйҙарҙың ата-әсәләре Гүзәл һәм Тимур Сөләймәновтарға, Алина һәм Азамат Фәйзуллиндарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе.
Ауыл халҡы башланғыс мәктәптең һаҡланып ҡалыуына шатлана, бөгөн унда 12 бала белем ала. 2017- 2018 уҡыу йылын 5 уҡыусы тамамлаған.
Ауыл үҙенең оҫталары менән дә дан тота. Шамил Ҡотошов - тимерсе, балта оҫтаһы, Әлфиә Сәфәрғолова - рәссам булып танылһа, ауылдың иң оҫта бәйләм бәйләүселәре Зөлфиә Йосопованы,Таңһылыу Кинйәкәеваны, Асия Вәлиеваны, Нурия Ғөбәйҙуллинаны тирә-яҡ ауылдарҙа ла һәйбәт беләләр. Йортихаталарын бына тигән итеп тотоусы ғаиләләр күп. Лилиә һәм Флүз Ниғмәтуллиндар, Мәрйәм Йосопова, Зилә һәм Шамил Ҡотошовтар, Рәсимә һәм Альберт Ғатауллиндар, Минсара һәм Рәхмәтулла Ждановтар, Зәлифә һәм Ғәзинур Сөләймәновтар - өлгөлө йорт хужалары. Бына нисә йыл инде тәрбиәгә балалар алып, уларҙың һәр береһенә йөрәк йылыһын, күңел нурын бүләк иткән һоҡланғыс ғаиләләр Рәсимә менән Альберт Ғатауллиндарға, Нурия Ғөбәйҙуллина менән Мөхәммәт Дәүләтовҡа, Зәлифә менән Ғазинур Сөләймәновтарға, Әлфира Мөхәмәтйәноваға ауыл халҡы рәхмәт әйтте. Үҙҙәренең матур ғүмер байрамдарын ҡаршылаған Шәмсури Кәлимуллина инәйҙе 90, Әхтәм Хәбиров бабайҙы 85 йәшлек юбилейҙары менән ҡайнар ҡотлап, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Районда ғына түгел, республика кимәлендә дан алған, бил бирмәҫ көрәшсе егеттәре Әмир Вәлиев, Радмир Ғималетдинов, Илнар Сәфәрғолов менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана ауылдаштары. Ҡарайған данын алыҫ тарафтарға танытҡан шәхестәре ла байтаҡ ауылдың. Миңлеғәли Ҡотошов, Фуат Вәлиев, Рөстәм Вәлиев, Марат Сәфәрғолов, Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың төрлө тармаҡтарында эшләп, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Философия фәндәре кандидаты, Өфө дәүләт авиация-техник университеты доценты, башҡорт энциклопедияһына нигеҙ һалыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҙыусы һәм ғилми хеҙмәткәр Рамазан Ҡотошов был көндө сәхнәнең йөҙөк ҡашы булды. Ул - Ҡарайған ауылында иҫән ҡалған берҙән-бер ветеран да. Ауылдан бөтәһе 104 ир-егет фронтҡа китеп, шуларҙың 48-е яу яландарында башын һалған. Батырҙарға һәйкәл асыуҙа ауылдың ветерандар советы рәйесе Фуат Вәлиев күп көс һалған. Был көндө һәйкәл алды ҡыҙыл ҡәнәферҙәргә күмелде. Матур, яҡты киләсәк өсөн һәләк булған ир-егеттәрен ҙур хөрмәт менән иҫкә алды ҡарайғандар.
Сәхнә түренән яңғыраған моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр шауы ғорур Торатауға шаңдау булып килеп бәрелде. Алыҫ яҡтарҙан ҡайтҡан ҡунаҡтар бербереһе менән күреште, туғандар, дуҫтар аралашты, дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәрен барланы. Был көн, моғайын, байрамға килгән һәр береһенең йөрәгендә иң ҡәҙерле бер мәл булып мәңгегә һаҡланыр!