Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Август 2018, 02:00

Байрамға килегеҙ!

25 августа Ишембай үҙенең лайыҡлы байрамын - Ҡала көнөн ҡаршылай. Сараны һәр йылдағыса йөкмәткеле, матур, рухлы үткәреү өсөн күп көс һалына.

25 августа Ишембай үҙенең лайыҡлы байрамын - Ҡала көнөн ҡаршылай. Сараны һәр йылдағыса йөкмәткеле, матур, рухлы үткәреү өсөн күп көс һалына. Көн дауамында өлкәндәр һәм балалар өсөн мәҙәни, спорт саралары барасаҡ, Ленин проспектында ауыл хужалығы йәрминкәһе эшләйәсәк. Байрам ҡатнашыусыһы менән матур, бергә байрам күрәйек, дуҫтар!


Ҡала көнө программаһы:


9.00 - Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар һәйкәленә сәскәләр һалыу.

9.15 - “Ҡала оҫталары” (халыҡ һөнәрмәндәре күргәҙмәһе): - “тере” музыка; - төрлө сәнғәт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре; - картиналар күргәҙмәһе; - фотокүргәҙмә (һанап кителгән саралар Мәҙәниәт һәм ял паркында барасаҡ).

9.35 - “Атай, әсәй, мин – спорт ғаиләһе”: - ғаилә старттары; - шахмат һәм шашка буйынса бер юлы уйын сеансы (спорт саралары “Көньяҡ” биҫтәһендә һәм “Юрматы” физкультураһауыҡтырыу комплексында үтәсәк).

10.00 - “Ҡала тураһында әңгәмә” әҙәби ҡунаҡханаһы: - “тарихҡа сәйәхәт” квест-уйын; - “яратҡан Ишембайым” шиғриәт конкурсы; - пляж волейболы һәм футболы буйынса ярыштар; - аквагримм буйынса оҫталыҡ дәресе; - гипстан һындар эшләү, сәйләндән үреү буйынса оҫталыҡ дәресе; - флешмоб, фотосессиялар (һанап кителгән саралар Ағиҙел яры буйында үтәсәк).

10.30 - “Лада – Деталь” магазинын асыу (Ленин проспекты, 6).

10.45 - Ленин майҙанында сәскәләр күргәҙмәһен асыу.

11.00 – “Балаңды спортҡа килтер” сараһы (“Нефтсе” стадионында күргәҙмә сығыштар).

11.30 Ленин майҙаны: - Ҡала көнөн асыу; - театрлаштырылған тамаша; - Почетлы граждандарҙы, яңы өйләнешкән парҙарҙы тәбрикләү; - коляскалар парады; - һәүәҫкәр артистарыбыҙ концерты.

19.00-21.00 - Йәштәр өсөн программа.

21.00-22.00 - Йырсы Гөлназ Асаева сығышы.

22.00- 23.00 - “Вирус” төркөмө сығышы.

22.50 – Байрам фейервергы.
Читайте нас: