Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Август 2018, 02:00

Сабыйың менән байрамға ҡушыл!

25 августа Ҡала көнөн билдәләү сиктәрендә матур йолаға әйләнгән коляскалар парады ла үтәсәк.

25 августа Ҡала көнөн билдәләү сиктәрендә матур йолаға әйләнгән коляскалар парады ла үтәсәк.


Сабыйҙарын биҙәлгән “техникаға” ултыртып, майҙан буйлап ғорур атлаған атай-әсәйҙәргә был мәлдә һоҡланып туймаҫлыҡ. Ә туғандар, дуҫтар өсөн ниндәй ҙур ҡыуаныс. Бына ошо сарала ҡатнашыр өсөн әлеге көндә ғаризалар туплана. Өс йәшкә тиклемге бәләкәсегеҙ бар икән, колясканы ла үҙенсәлекле биҙәргә әҙер булһағыҙ, рәхим итеп ҡатнашығыҙ! Парадта үтеүгә 89173837152 һандарына шылтыратып яҙылырға була. Бүләккә ҙур йомшаҡ уйынсыҡ балалар кәйефен күтәрһә, байрамдың киске программаһында тағы бер бүләк алыу мөмкинлеге бар - “Иң зауыҡлы коляска” номинацияһында төп еңеүсе иғлан ителәсәк.


Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.

Читайте нас: