Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июль 2018, 02:00

Тыуған яҡтар һәр саҡ әйҙәй

«Һағыштарға түҙә алмайса, һағынып ҡайттым тағын...» исеме аҫтында Кинйәкәй, Алаҡай ауылы һәүәҫкәр артистары менән берлектә матур концерт булды.

21 июлдә Алаҡай ауыл клубында алма төшөр урын юҡ ине. «Һағыштарға түҙә алмайса, һағынып ҡайттым тағын...» исеме аҫтында Кинйәкәй, Алаҡай ауылы һәүәҫкәр артистары менән берлектә матур концерт булды бында.


Алыҫ араларҙы яҡынайтып, Тольятти ҡалаһында йәшәүсе тыуған ауылы Алаҡайға ҡайтып төшкән Минесара Ишмөхәмәтова концертта ихлас ҡатнашты. Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ тирә- яҡта даны таралған апайыбыҙ “Һағынам илкәйем", «Һыу буйлап», «Сибай», «Иртәләрҙә торам, юлға сығам», «Сарман», «Һаҡмар», «Уйна,гармун» йырҙарын башҡарып, тамашасыларҙы һөйөндөрһә, Кинйәкәйҙән килгән Райхана Йәһүҙина үҙе ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе һәм башҡорт халыҡ йыры “Шәүрәкәй”ҙе башҡарҙы. Вәлимә Йомағолова, Зәлиә Ғәйнуллина һәм Флүрә Исламғолова башҡарған йырҙар ҙа тамашасы күңеленә хуш килде. Ләйсән Һөйәрғолованың «Хан ҡыҙы» бейеүе, “Гөрләүек” ансамбле башҡарған йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.


Кисә һуңында ошо ауылда тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Салауат ҡалаһында йәшәүсе Әлфирә Ишкинина ла үҙе ижад иткән шиғырҙар шәлкемен ауылдаштарына һөйләп ишеттерҙе.


Юлдаш ауылынан концерт ҡарарға килгән Сәриә Суракова тамашасылар исеменән Кинйәкәй, Алаҡай ауылы үҙешмәкәр артистарына, Минесара Ишмөхәмәтоваға күңелле ял минуттары бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Читайте нас: