Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Июль 2018, 02:00

БЕРЕБЕҘ ӨСӨН БЕРЕБЕҘ КӘРӘК...

Үткән йома Сәлих ауылы мәҙәниәт йортонда 50 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙары тәбрикләнде.

Үткән йома Сәлих ауылы мәҙәниәт йортонда 50 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙары тәбрикләнде. Сәлихтан Райхана менән Басир Байғазиндар, Миниямал менән Фәрит Ғималовтар, Ҡәҙриә менән Рауил Вәхитовтар, Әптектән Асия менән Муллағәле Абғазиндар йәмләне был көндө сәхнә түрен.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы Әмир Сәфиуллин, уларҙы күркәм ғүмер байрамдары менән ҡотлап, ошондай ғаиләләрҙең һәммәбеҙ өсөн дә өлгө булыуын билдәләне. Ауылдың ветерандар советы рәйесе Әхмәт Шаньязовтан да юбилярҙар хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр ишеттек. Байрамға Ишембай районы ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкилдәренең килеүе лә йәм өҫтәне. Һәр ғаиләнең үҙ тормош һуҡмағы, үҙ тарихы. Танышыу ваҡиғалары ла уларҙың төрлөсә.


- Мин Петровский мәктәбендә өләсәйемдәрҙә тороп уҡыным. Рауил күршелә генә йәшәне, шәп спортсы ине, шунда дуҫлашып киттек. Армияға оҙатып, көтөп алдым. Туйҙы ауылда үткәрҙек. Әле лә хәтерҙә - ямғырлы, бысраҡ көн ине. Шулай булһа ла, күмәкләшеп клубҡа барып, күңелле итеп байрам иттек, - ти алыҫта ҡалған йәшлектәрен хәтерләп Ҡәҙриә Әхмәт ҡыҙы.

- Яҡшы ҡыҙ булыуы менән күңелемде арбаны апайығыҙ. Матур итеп дуҫлашып йөрөнөк, 1968 йылда өйләнештек, - тип ҡатынының һүҙен ҡеүәтләне Рауил ағай ҙа.


Бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмай улар. Бер-бер артлы ике улдары донъяға килә. Шул осорҙа юғары белем алалар. Икеһе лә бер предприятиела яуаплы вазифалар биләй. Рауил Вафир улы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ була. Хәҙер инде Вәхитовтарҙың улдары ла һөнәрҙәр алып, ғаилә ҡороп үҙ аллы донъя көтә. Ҡәҙриә апай менән Рауил ағай 1 ейән менән 3 ейәнсәргә олатай менән өләсәй ҙә. Әлеге көндә, Сәлихта төпләнеп,Ҡәҙриә апайҙың 95 йәшлек әсәһен ҡарайҙар.

- Ғаилә ныҡлығының сере иң элек мөхәббәттә, шунһыҙ бергә йәшәп булмай. Тормош көткәндә бер-береңә юл ҡуя белергә лә кәрәк, яҡын кешеңдең уйҙарын алдан күҙаллай белеү ҙә мөһим. Минең ата-әсәйем дә 60 йыл бергә йәшәне, беҙҙең өсөн өлгө булдылар, - тип өҫтәне Ҡәҙриә Әхмәт ҡыҙы.


Райхана менән Басир Байғазиндар ҙа һоҡланып туймаҫлыҡ гүзәл пар. Райхана апай - Көҙән ҡыҙы. 1964-65 уҡыу йылына йүнәлтмә менән Сәлихҡа уҡытырға килә. Шул осорҙа Басир атлы егет армиянан ҡайтып төшә.


- Сирендең күпереп сәскә атҡан мәлендә, 14 майҙа таныштыҡ. Кинонан ҡайтырға сыҡһам, бер сибәр егет ипле генә итеп оҙатып ҡуйырға рөхсәт һораны, - тип танышҡан көндәрен бөгөнгөләй хәтерләй Райхана Нурғәли ҡыҙы.

- Райхананың уҡытыусы булып эшкә килгәнен белә инем. Уның баҫалҡы булыуы оҡшаны, - тине әңгәмәгә ҡушылып Басир Ғәлиулла улы. 1968 йылдың 8 мартында ике йәш йөрәктең туйы була. Тап боронғоса, тәүҙә өс көн Көҙәндә, аҙаҡ өс көн Сәлихта үтә ул.


“Алма ағасынан йыраҡ төшмәй” тигән кеүек, балалары ла бына тигән Байғазиндарҙың. Ике ул, бер ҡыҙға ғүмер, матур тәрбиә биргәндәр. Бөгөн улар өс ейән-ейәнсәр, бер бүләһенә һөйөнөп бөтә алмай.


- Хәҙер йәштәр ҡыҙыу танышалар ҙа, тиҙ генә һүреләләр. Бер-береһенең холҡон, донъяға ҡарашын белеп тормош ҡорһондар ине. Өйләнешеп йәшәй башлағас, ике яҡтан туғандарҙы берҙәй яҡын итеү ҙә ғаиләне нығыта. Ғүмер юлы ул тауҙан шыуып төшкән һымаҡ ҡына. Шуға бер-береңдең ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, - тип йәштәргә кәңәштәрен дә әйттеләр.


Миниямал менән Фәрит Ғималовтар ҙа бынан ярты быуат элек сәстәрен сәскә бәйләй. Ғүмәр ауылы ҡыҙы Миниямал Сәлихта йәшәүсе бер туған апаһына ҡунаҡҡа килгән сағында буласаҡ яҙмышын осрата ла инде.


- Фәрит алдынғы комбайнсы, шәп гармунсы ине. Киске уйындарға бергә йөрөнөк, йәштәрҙе ул бейетә торғайны, - ти Миниямал Ғәлиулла ҡыҙы. Егет әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, оҙаҡ йөрөмәй, кәләш әйттерә. Ғаилә башлығы колхоз эшенә егелә – комбайнсы ла, тракторсы ла, бригадир ҙа булып эшләй. Миниямал апай 40 йылға яҡын башланғыс кластарҙа уҡыта. Хеҙмәт һөйгән, тырыш ғаиләлә тәрбиәле балалар үҫә.

- Иң мөһиме ғаиләлә татыулыҡ кәрәк. Шул ваҡытта барыһы ла була, - тигән фекерҙә Ғималовтар.

Икеһе лә Әптектә тыуып, ғүмер буйы ошо ауылда йәшәгән Асия менән Муллағәле Абғазиндар ҙа һоҡланып ҡарап торорлоҡ пар.



Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 58-се һанында (20.07.2018) уҡығыҙ.



Фото: автор.


Читайте нас: