Күптән түгел 90 йәшен билдәләгән Ғәтифә инәй Хәсәнова, 60 йыл бергә татыу ғүмер иткән Финә һәм Иманғол Дәүләтшиндар һәм тап ошо байрам көнөндә никахлашҡан Васильевка ҡыҙы Анастасия менән Маҡар егете Марат Вәлиәхмәтовтар сәхнә түренә саҡырылды. Оло быуын намыҫлы хеҙмәт, бер-береңә тоғролоҡ өлгөһө күрһәтһә, ауыл киләсәге - тыуған ерендә төпләнгән йәштәрҙә. Биләмә хакимиәте башлығы Әлфир Әлмөхәмәтов, яҡташтарын байрам менән ҡотлап, ошо сараны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән ауыл старосталарын – Маҡарҙа Илдар Фәтиев, Иҫәкәйҙә Рәфил Алтынбаев, Ибрайҙа Ғаяр Солтанғужин һәм Һарғайҙа Ғайзулла Усмановтың тырышлығын баһаланы. Биләмәлә үткәрелгән һәр сараға әүҙем ҡушылған, ҡулдан килгәнсә ярҙам иткән урындағы эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмаларын етәкләүселәр, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәләрендә ауыл халҡына хеҙмәт иткәндәр рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.