Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июль 2018, 02:00

Шишмәләр йырлап аға, тыңлай ишетә белһәң…

Ишәй мәҙәниәт йортонда күңел рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ауылдаштарыбыҙҙың береһе - һәүәҫкәр композитор, шағирә һәм үҙ йырҙарын оҫта башҡарыусы Рузәлиә Ниғмәтуллинаның ижадына арналған «Йырлы шишмә» шиғриәт һәм йыр- моң кисәһе үтте.

Ишәй мәҙәниәт йортонда күңел рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ауылдаштарыбыҙҙың береһе - һәүәҫкәр композитор, шағирә һәм үҙ йырҙарын оҫта башҡарыусы Рузәлиә Ниғмәтуллинаның ижадына арналған «Йырлы шишмә» шиғриәт һәм йыр- моң кисәһе үтте. Был күркәм сараға ижад һөйөүсе ауылдаштарыбыҙ, шағирәнең туғандары, уның шатлығын бүлешергә Салауат ҡалаһынын килгән сәхнәләш һәм ижадташ дуҫтары йыйылғайны.


Рузәлиә Ниғмәтуллина йөҙҙән ашыу шиғырҙар һәм хикәйәләр авторы. Тәбиғәте менән тыйнаҡ, ябай күңелле, йор телле шағирә ауылда тыуып үҫкәнгәме, уның шиғырҙарының күбеһе ауыл тәбиғәтен, уның хеҙмәт һөйөүсән халҡын, ата-әсә, туғандарын, балалыҡтын иләҫ-миләҫ сағын, килен булып төшкән йәшлек саҡтарын сағылдыра. Ә инде шиғырҙарының көйгә һалынып йырланыуы уның өсөн икеләтә бәхеттер. Күптәр уға: «Шиғырҙарың йырлап тора»,- тип әйтә. Шиғыр булған ерҙә йыр ҙа тыуа. Шуға ла ул матур һәм эстәлекле егермегә яҡын йырҙар авторы булараҡ та танылды. Туған тел каналында "Турғай" телевизион конкурсында Рузәлиә Ниғмәтуллина ижад иткән “Торатау" йырын Фидан Сәғәҙәтов уңышлы башҡарып, беренсе урын яулап кайтты.


Күптән түгел Рузәлиә Салауат ҡалаһында “Сатҡылар” әҙәби ойошмаһында шөғөлләнә башланы, шунда уҡ “Йәншишмә” үҙешмәкәр ансамбленең әүҙем ҡатнашыусыһы ла, төрлө республика һәм район конкурс фестивалдәрендә уңышлы сығыш яһай, ауыл мәҙәниәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй ул.


“Дуҫлыҡ бүлешкәндә генә арта”, тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим. Илһам да бүлешкәндә генә ишәйә. Арабыҙҙа ижади йәнле кешеләр күберәк булған һайын донъябыҙ ҙа йәмлерәк була бара һымаҡ. Ижад юлын дуҫ-иптәш булып һанаған, күңелендә ташҡан хис тойғоларҙы башҡалар менән дә уртаҡлашҡан ауылдашыбыҙға барлыҡ изге хыялдары тормошҡа ашыуын, илһам сығанағы гөрләп ағыуын теләйбеҙ.



Читайте нас: