Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Июль 2018, 02:00

Фаягөл ӘМИРХАНОВА : “4556 юлды ятлап ҡара әле!”

Хәбәр итеүебеҙсә, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең 20-се республика конкурсынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары ҙур еңеү менән ҡайтты.

Хәбәр итеүебеҙсә, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең 20-се республика конкурсынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары ҙур еңеү менән ҡайтты. Ошо мәртәбәле конкурсҡа уҡыусыларҙы әҙерләүсе гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фаягөл ӘМИРХАНОВА менән уңышҡа илткән юл хаҡында һөйләшәбеҙ.

- Башта конкурс тураһында бер нисә һүҙ әйтеп китегеҙ.

- Быйыл «Урал батыр» конкурсының юбилей йылы булды. Ул 20-се тапҡыр үткәрелде һәм бишенсегә Бөрйән районында үтте. Элегерәк Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә ойоштора торғайнылар. Ишембай районы данын һәр йылдағыса Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары яҡланы һәм һынатманы. Элек яттан һөйләүсе бер генә бала йөрөтһәк, быйыл яңы положениеға ярашлы ике уҡыусы алып барҙыҡ: 9-сы класс уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова менән 6-сы кластан Ғәлиә Шәрипованы. Гөлсәсәк Гран-приға лайыҡ булһа, Ғәлиә 1-се урын яуланы.


- Ҡыҙҙарығыҙ талапсан жюри күңелен нисек яулай алды?

- Эпосты тулыһынса яттан белеүҙәре һәм бик оҫта, тасуири итеп һөйләүҙәре менән, әлбиттә. Улар икеһе лә думбырала уйнай, матур итеп йырлайҙар. Гөлсәсәк эпосты 6-сы кластан ятлай башлағайны, республика кимәленә былтыр беренсе тапҡыр сығып, 3-сө урын алғайны. Ә Ғәлиә быйыл ғына барып, шундай ҙур еңеү яулап ҡайтты. Быны әйтеүе генә анһат. «Урал батыр» эпосы барлығы 4556 юлдан тора! Уларөсөн дә, минең өсөн дә ҙур еңеү был.


- Һәм тәүге еңеүегеҙ генә түгел!

- Эйе, конкурс тарихында Ишембайҙан дүрт уҡыусы Гран-при алһа, шуларҙың өсөһө - минең уҡыусыларым.

2013 йылда Ислам Төхвәтуллин Гран-при алғайны. Уның менән был еңеүгә өс йыл барҙыҡ. Шуныһы шатлыҡлы: Ислам быйыл конкурстың жюри ағзаһы булып сығыш яһаны. 2016 йылда Гөлфруз Хисмәтуллина Гран-при яуланы. Шундай уҡыусыларым булғанға ғорурланам!


- Бындай мәртәбәле конкурста ҡатнашыуға балаларҙы нисек йәлеп итәһегеҙ?

- Иң беренсе рухлы, ижади фекерләүсе уҡыусылар тәрбиәләргә кәрәк. Һуңынан улар үҙҙәре үк ошо идея менән яна башлай. Икенсенән, бындай конкурстар балаларға күп нәмә бирә: республика кимәлендә танылыу, ҡиммәтле бүләктәр (быйыл планшет бирҙеләр). Иң мөһиме, улар һәләтле йәштәрҙе үҫтереү проекты буйынса 30 меңлек грантҡа тәҡдим ителә. Мин уҡыусыларыма рәхмәтлемен. Улар мине ярты һүҙҙән аңлап тора.


- Конкурсҡа әҙерләнгәндә ауырлыҡтар ҙа булалыр,уларҙы нисек хәл итәһегеҙ?

- Ғөмүмән, конкурсҡа 8-се йыл рәттән йөрөйөм. Бер нәмә лә еңел генә бирелмәй. Яттан һөйләргә әҙерләнгәндә, эпостағы һәр һүҙҙең, һәр эпизодтың фәлсәфәүи йөкмәткеһен аңлатам. Балаларҙы думбырала уйнарға Айгөл Әнүәр ҡыҙы Минеғолова өйрәтә. Уға ҙур рәхмәтлебеҙ. Сәхнәләштереүҙә лә ауырлыҡтар күп. Был турға башҡорт теле уҡытыусылары Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Фәйзуллина, Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаева менән бергә әҙерләндек. Командалар юғары әҙерлек менән килә, сәхнәләштереүгә лә театр режиссерҙарын йәлеп итәләр. Мәҫәлән, учалылар, өфөләр, сибайҙарҙың үҙ режиссерҙары бар. Икенсе проблема – реквизиттар мәсьәләһе. Башҡа командаларҙың реквизиттары, костюмдарына көнләшеп ҡарайбыҙ. Ә беҙ һәр ҡыйынлыҡтан үҙ көсөбөҙ менән сығабыҙ.


- Конкурстың 2-се турында нисек сығыш яһанығыҙ?

- Унда ла һынатманыҡ, сәхнәләштереүҙә лә юғары әҙерлек күрһәттек. 9-сы класс уҡыусыһы Илшат Дусалин Шүлгән ролен оҫта башҡарғаны өсөн махсус дипломға лайыҡ булды.


- Был юлы бәйгенән ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ?

- Сара йылдан-йыл ҡатнашыусылар һанын арттырып ҡына ҡалмай, географияһын да киңәйтә. Ҡобайыр башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү, сәсәндәрҙең оҫталығын арттырыу, башҡорт халҡының һүҙ сәнғәтен һаҡлау кеүек маҡсаттар ҡуйған конкурста быйыл 48 уҡыусы, Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан 20 команда ҡатнашты. Конкурс йәш сәсәндәрҙе барлай, иленә хеҙмәт итерҙәй өмөтлө һүҙ оҫталарын асыҡлай. Уның барышында күпме яңы исемдәр асыла, талантлы балаларға ҡанаттар ҡуйыла. Бына шуныһы менән ҡиммәт тә инде ул.




Читайте нас: