Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Июль 2018, 02:00

Һандуғасыбыҙ ҡайтҡан!

Гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн «Ни хәлдәһең, яҡташ?» рубрикаһын башлап, Мәскәүҙән тыуған яғына ҡунаҡҡа ҡайтып төшкән Ишембай һандуғасы Шәмсиә НАГАЕВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн «Ни хәлдәһең, яҡташ?» рубрикаһын башлап, Мәскәүҙән тыуған яғына ҡунаҡҡа ҡайтып төшкән Ишембай һандуғасы Шәмсиә НАГАЕВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Тау менән тау ғына осрашмай, кеше менән кеше осраша икән. Ҡалабыҙҙың 17-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән ваҡытта район уҡытыусылары өсөн « Халыҡ ынйылары - тере хазина» исемле асыҡ дәрес үткәргәйнем. Сараның төп ҡунағы булған Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙының иҫ киткес матур сығышы күңелемдә уйылып ҡалғайны...
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәренең үҙенең һандуғастай моңло тауышы менән күптәрҙе әсир иткән йырсының исеме һәммәбеҙгә таныш. Уның үткән тормош юлы ла йырлаған йырҙары кеүек үк матур һәм һоҡланғыс. Ҡалалағы 3-сө башҡорт мәктәбен тамамлай, Бохара музыка училищеһында, Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтында махсус һөнәри белем ала. 1964-1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй һәм, профессиональ сәхнәне ҡалдырып, 1968 йылда тыуған ҡалаһына ғаиләһе менән күсеп ҡайта. Уның артабанғы ижад юлы Ишембай ҡалаһы менән тығыҙ бәйле. Урындағы мәҙәниәт һарайының йыр буйынса етәксеһе, ошо уҡ мәҙәниәт һарайының директоры, ҡала Балалар музыка мәктәбе директоры вазифаларын башҡара. Балалар сәнғәт мәктәбен булдырыу өсөн күп көс һала. Һуңғы йылдарҙа Салауат музыка училищеһында уҡыта. Иң мөһиме, үҙ тамашасыһын халыҡ йырҙары менән һөйөндөрә, ҡабатланмаҫ моңо, йыры менән улар күңелендә мәңгелеккә урын ала.
Ишембай һандуғасы хәҙер ҡайҙарҙа һайрай, нимә менән шөғөлләнә икән? Көтмәгәндәуйламағанда Шәмсиә апай менән яңынан осраштыҡ. Әйтерһең, беҙҙең осрашыуҙан һуң ваҡыт туҡталып ҡалған. Шул уҡ буй-һын, ҡабарып торған ҡара сәстәр, килешле кейем, дәртдарманы ташып торған иҫ киткес матур ҡатын. Әңгәмәбеҙ ҙә тиҙ ялғанды. Баҡтиһәң, Шәмсиә апай байтаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәй икән. Бында ла ул тыуған теленән, моңонан айырылмаған, баш ҡала башҡорттары ойошмалары үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
- Аллаға шөкөр, Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәрем, яҡташтарым менән аралашып торам. Улар ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнашам. Рәсәй Яҙыусылар союзы бинаһында 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған сарала ҡатнашыуым менән бәхетлемен. Ул байрамға Башҡортостандан бик күп яҙыусы-шағир килгәйне. Унда мин шул осорҙа халыҡ тарафынан ижад ителгән “Байыҡ”, “Ерән ҡашҡа” йырҙарын башҡарҙым. Халыҡтың тарихы - йырҙа, ә йыр ул – тере тарих.
“Иҫән генә йөрөп һау ҡайтығыҙ,

Китәһегеҙ, китәһегеҙ илдәрҙән ҡуҙғалып.

Ерән ҡашҡа, атҡайым,

Елдәр тарай ялҡайын.

Эйәрләгән егетеңде ташлап китмә, малҡайым...
Ошо йыр юлдарын алғанда ғына ла халҡыбыҙҙың данлы үткәне сағыла!
Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим иҫтәлегенә үткәрелгән кисәләрҙә уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырланым. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сараны Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы” шиғыры менән мин асып ебәрҙем. Әле Зәйнәп апай Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға әҙерлек бара, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырлармын тип торам. Зәйнәп апай менән бик яҡын аралашып йәшәнек. Аллаға шөкөр, Мәскәү башҡорттары ижадымды ярата, ихтирам итә. Башҡортостан да онотмай, республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығынан Рәхмәт хаты алып шатландым.
- Тыуған яҡтарға йыш ҡайтаһығыҙмы? Һағындыралыр, моғайын?
- Һағынмаған ҡайҙа ул! Шуға күрә йыл һайын ҡайтып әйләнәм. Бында минең туғандарым, дуҫтарым күп. Йырҙарымды, ижадымды яратҡан, мине иҫләгән тамашасыларымды һағынам һәм уларға рәхмәтлемен. Әле лә Башҡортостан радиоһы йырҙарымды тапшырып тора. Тимәк, халҡым мине онотмай.
- Йылдар һаман да Һеҙҙең маңлайға һырҙар өҫтәргә ашыҡмай әле. Элеккеләй йәш, сибәрһегеҙ!
- Ҡатын-ҡыҙҙы ябайлыҡ биҙәй бит ул. Һәр көнөң матур уйҙан башланһа, яратҡан шөғөлөң дә булһа, нисек ҡартайып ултырмаҡ кәрәк!
Рәшит ағайығыҙ менән дә бик бәхетле, бәрәкәтле ғүмер кисерҙек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы 2 йыл элек ул яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Ләкин мин яңғыҙ түгел, ике ҡыҙым араһында иркәләнеп йәшәйем. Лилиәм ғаиләһе менән минең янда, Роза Америкала Майами ҡалаһында төпләнде. Һағынһам, ейәнсәремде күрер өсөн океан аръяғына осам. Балаларым бик уңышлы, һәр береһенең яратҡан эше бар. Минең өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡ.
- Ерҙәштәрегеҙгә ниндәй теләктәрегеҙ, әйтер һүҙҙәрегеҙ бар?
- Башҡорт халҡы элек - электән ҙур йөрәкле, саф күңелле булыуы менән айырылып тора. Телегеҙҙе, моңоғоҙҙо яратығыҙ, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнегеҙ, һәр берегеҙ иҫәнһау булығыҙ. Үҙебеҙҙең башҡорт булғаныбыҙға ғорурланып йәшәргә кәрәк.
- Яҡташыбыҙ Риф Мифтаховтың Һеҙгә арнап яҙған бер шиғырында шундай юлдар бар:
Йырласы, бер ҙә туҡтама

Күңелде ҡандырғансы.

Тыуған еребеҙ биҙәге,

Ишембай һандуғасы.
Йырлап йәшәгеҙ! Тыуған яҡтарығыҙға йышыраҡ ҡайтығыҙ! Ваҡыт табып, әңгәмәләшкәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!

Фото: Резеда Шәнгәрәева.
Читайте нас: