Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Июль 2018, 02:00

Тарихымды онотмам - тамырымды ҡоротмам

Әрмет ауылы халҡының матур йолаһы бар: йыл һайын ҡыр, баҡса эштәре бер сама тамамланыу менән Үрге һәм Түбәнге Әрмет ауылы халҡы бергә йыйылышып ял итеп ала. Был юлы ла шулай булды.

Әрмет ауылы халҡының матур йолаһы бар: йыл һайын ҡыр, баҡса эштәре бер сама тамамланыу менән Үрге һәм Түбәнге Әрмет ауылы халҡы бергә йыйылышып ял итеп ала. Был юлы ла шулай булды: 30 июнь көнө Әрмет ауылының йәмле урынында, Әрмет, Рәүҙәк һәм Егән йылғалары ҡушылған урында, “Шәжәрә байрамы” һәм йәштәр көнөнә арналған Йәштәр һабантуйы үтте.
Ике ауыл халҡын бергә йыйған байрам имам-хатиб Зинур Хафиз улы Ҡунафиндың аят уҡыуынан – байрамға фатиха биреүенән башланып китте. Артабан һүҙ Әрмет ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Шаһиев Әнүр Әҙһәм улына, килгән ҡунаҡтарға - муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс һорауҙары буйынса беренсе урынбаҫары Ҡунаҡов Мансур Фәрит улына, район советы депутаты Козырев Николай Николаевичҡа бирелде. Йәштәр һабантуйы булғанлыҡтан, һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы ауылдың спорт һәм мәҙәниәт тормошонда актив ҡатнашҡан йәштәргә - Әбсәләмов Радмир менән Гильдина Ильзирәгә йөкмәтелде.
Әнүр Әҙһәм улы быйыл йорттарында сабый тауыштары яңғыраған ғаиләләргә, спорт һәм мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәгән ауылдаштарға грамоталар, бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ ауыл биләмәһенең һәр бер округынан тырышып донъя көткәндәрҙе маҡтап, бүләкләп үтте.
Артабан “Шәжәрә байрамы” башланып китте. “Тарихымды онотмам - тамырымды ҡоротмам” тигән бик матур исем аҫтында үткән фәһемле был сара ике ырыуҙы: Үрге Әрметтән Латыповтарҙы һәм Түбәнге Әрметтән Рәхимовтарҙы бергә йыйҙы. Был ике оло, мәртәбәле, күркәм нәҫел байрамға алдан әҙерләнде, үҙҙәренең шәжәрә ағасын төҙөнө, йыраҡ-йыраҡтарҙан тыуған тыумасаларын йыйҙы. Байрам көндө Латыповтар һәм Рәхимовтар ике урында матур итеп тирмә ҡороп күптән күрешмәгән нәҫел-нәсәбе менән осрашты, рәхәтләнеп күңел асты. Сәхнәгә менеп ауылдаштарҙы үҙҙәренең ырыуҙарының килеп сығышы, данлыҡлы кешеләре менән таныштырҙылар, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәттеләр.
“Шәжәрә байрамынан” һуң һабантуй уйындарына старт бирелде. Кемдең байрамдан бүләкһеҙ ҡайтаһы килһен инде - бөтәһе лә төрлө ярыштарҙа үҙҙәрен һынарға ашыҡты.
Бер үк ваҡытта сәхнәлә ике ауылдың да үҙешмәкәр түңәрәгендә ҡатнашыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт дауам итте. Ә артабан кемдәр нимәгә оҫта - йырғамы, бейеүгәме, нәфис һүҙгәме - барыһы ла сәхнәгә менеп үҙ һәләтен күрһәтте, бағымсылар ярҙамы менән алынған бүләктәр алып һөйөндө.
Бына шулай әллә күпме халыҡты бергә йыйған оло байрам шаулап-гөрләп үтеп китте, әммә унан алған тәьҫораттар ауылдаштарҙың, килгән ҡунаҡтарҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр әле.
Читайте нас: