Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Июнь 2018, 02:00

Яланда бутҡа тәмлерәк

Маҡар мәктәбенең “Йәйләү” лагерында "Ҡарға бутҡаһы" гөрләп үтте.

Маҡар мәктәбенең “Йәйләү” лагерында "Ҡарға бутҡаһы" гөрләп үтте. Уны мәктәп, китапхана, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бергәләп ойошторҙо.


Килгән ҡунаҡтарыбыҙ - "Ағинәйҙәр" ойошмаһы вәкилдәре, абруйлы яҡташтарыбыҙ Исфар һәм Алик Мөхәмәтовтар байрамда ихлас ҡатнашып, үҙенсә бер йәм өҫтәне. Уҡыусылар йыл һайын абруйлы уҡытыусы Фатхелислам Нуриман улы исемендәге премияға дәғүә итәләр һәм быйыл да күптәре уны алып ҡыуанды.


Ә иһә байрамды ойоштороусылар йәш быуынға милли уйындарыбыҙҙы, ғөрөф - ғәҙҙәттәребеҙҙе өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Был йәһәттән “ Ағинәйҙәр” әүҙемлек күрһәтте. "Ҡарға бутҡаһы" байрамын ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килеүе тураһында тарих һөйләп кенә ҡалманылар, балалар араһында онотолоп барған төрлө милли уйындарыбыҙҙы хәтергә төшөрөп, ихлас уйнаттылар. Аҙаҡ иһә олоһо ла, кесеһе лә байрам бутҡаһы менән һыйланды.


Читайте нас: