Элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре, мәсеттәре менән дан тотҡан Стәрлебаш ауылында мөнәжәт башҡарыусыларҙың "Иман нуры" исемле IV Региональ мөнәжәт башҡарыусылар конкурсы булып үтте. Ул халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған, әммә совет осоронда тыйылып килгән дини, өгөт-нәсихәт йөкмәткеле шиғырҙарҙы - мөнәжәттәрҙе тергеҙеү маҡсатында үткәрелде.