Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Июнь 2018, 02:00

Кәкүк сәйе шулай тәмле була шул!

20 июндә Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, китапханасы һәм ағинәйҙәр ойоштороуонда "Кәкүк сәйе" байрамы үтте.

20 июндә Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, китапханасы һәм ағинәйҙәр ойоштороуонда "Кәкүк сәйе" байрамы үтте. Балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу, халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан уҙғарылды ул.

Ҡайынлыҡта балаларға уйындар,төрлө конкурстар үйнатылды, шифалы үләндәр йыйыу конкурсы үтте, балалар һәр береһе тейерлек шиғыр һөйләп, йыр йырлап күрһәтте. Һуңынан ҡаҙанда бешкән тәмле бутҡа ашап, йыйған үләндәрҙән сәй яһап эсеп килгән ҡунаҡтар һәм балалар өйҙәренә таралышты.
Читайте нас: