Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Июнь 2018, 02:00

Сәсәндәр бәйгеһендә еңеүсе үҙебеҙҙең яҡташ

"Айҙар Байыҡ - 2018" республика сәсәндәр бәйгеһендә Ишембай районында тыуып-үҫеп әле Ғафури районы Ватан ауылында йәшәүсе Фәүзиә Ҡотлогилдина-АЛТЫНБИКӘ сәсәниә беренсе урын яуланы.

"Айҙар Байыҡ - 2018" республика сәсәндәр бәйгеһендә Ишембай районында тыуып-үҫеп әле Ғафури районы Ватан ауылында йәшәүсе Фәүзиә Ҡотлогилдина-АЛТЫНБИКӘ сәсәниә беренсе урын яуланы.
Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады үҙәге хәҙерге заманда сәсәндәр бармы икәнлеген асыҡлау маҡсатында ойошторолған "Айҙар Байыҡ - 2018" Сәсәндәр бәйгеһенең өс ай барған интернет өлөшөндә март, апрель, май айҙарында төрлө майҙандарҙа 22 сәсән үҙ көсөн һынап ҡараны. Жюри биргән 6 теманан тыш ирекле темалар ҙа күп ине, шуның өсөн бәйгегә килгән сәсәндәр үҙҙәренең күңелдәренә оҡшаған темаларҙа рухи байлыҡтарын сәстеләр. Тәүге тапҡыр ҡатнашҡандар рәхәтләнеп тел сарланылар, таҡмаҡтар әйттеләр, ә тәжрибәле сәсәндәр етдиерәк темаларҙа булдылар.

Өс ай буйына интернет киңлегендәге бәйге Айҙар Байыҡ исемендәге Сәсәндәр мәктәбенә әйләнде. Был бәйге тип аталһа ла, бер-береңде этеп-төртөп йығыу, алға сығам тип юлдан ситкә этәреү булманы. Ә киреһенсә, яңы килгәндәр олораҡ йәштәгеләрҙән өйрәнделәр, тәжрибә тупланылар, сәмләнешеп ижад иттеләр. һәр кемдең ижади багажы тосланғандыр, тигән уйҙамын. Алдағы ижадығыҙҙа уңыштар насип булһын!

Яҙыусылар ойошмаһынан тәғәйенләнгән Мөнир Ҡунафин етәкселегендәге абруйлы жюри үҙҙәре биргән 6 тема буйынса эштәрҙе ҡарап финалға сығыусыларҙы билдәләне.


Финалға сыҡҡан бәйгеселәр 16 июнь Салауат районында «Йор үҙән» республика этно-фестивале «Салауат йыйыны» фольклор байрамы барышында үткән сара сиктәрендә “Әйтеш”тә көс һынаштылар. Милли батырыбыҙ Салауат эҙҙәренән йөрөп, уның эскән һыуҙарын тәмләп, рухи көс алып ҡайттылар. Әйтешкә барыусыларҙы Салауат районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Йор үҙән йылғаһында балыҡтай йөҙөп, һыуын эсеп үҫкән йор һүҙле сәсән Аҡйегет - Фларис Ғайсин ҡаршылап улар менән сәхнәлә Әйтеш үткәрҙе, һәр сәсәндең ижад емештәренән йыйылыусыларға ауыҙ иттерҙе. Шулай уҡ финалға сығыусы сәсәндәр араһында урындар билдәләнеп уларға тәғәйен дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр ҙә тапшырылды.

Гран-При Баймаҡ районынан яңы ғына Сәсәнлек юлына аяҡ баҫҡан Хәйҙәр Көмөшбаевҡа тапршырылды. 1-се урындарҙы шулай уҡ Баймаҡтан Әкрәм Ҡәйепҡолов һәм Ғафуриҙән Фәүзиә Ҡотлогилдина, 2-се урынды Ырымбур ерендә тыуып үҫеп әлеге ваҡытта Ростов на Дону өлкәһендә йәшәүсе Ғүмәр Ғайсин һәм Рауза Мусина, 3-сө урындарҙы Учалыла тыуып үҫеп хәҙер Силәбе өлкәһендә йәшәүсе Фәнүзә Нәбиуллина, Баймаҡтан Таңһылыу Вәлиева һәм Дәүләкән районынан Минзәлә Хәлилова бүлештеләр. Шулай уҡ Сәсәнлек традицияларын һаҡлауға тос өлөш индергәне өсөн Салауат районынан Фларис Гайсин , Әбйәлил районынан Илсиә Ҡасимова, Хәдимә Солтанова , Учалынан Наилә Хамбалеева, Салауат ҡалаһынан Фәниә Сатучина махсус Дипломдар һәм бүләктәргә лайыҡ булдылар.


Башҡортомда сәсән һәр саҡ булған,

Сәсәндәр бар! Һәр саҡ буласаҡ!

Сәсән ижадтары үҙе халҡын

Алға ғына әйҙәп торасаҡ!


Бер нигә лә ҡарамай, ауырлыҡтарҙы һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеп алға, сәсәндәр! Кәртәләр осраһа, беҙ уларҙы осоп үтербеҙ, сөнки сәсәндәрҙең һүҙҙәре ҡанатлы!

Интернеттағы бәйгенең үҙе лә ҡатнашыусыһы һәм алып барыусыһы, Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ.
Читайте нас: