Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Июнь 2018, 02:00

Игенсегә йырлайыҡ дан йырын

Үткән йәкшәмбе Торатау итәгендә милли байрамыбыҙ - һабантуй үтте.

Үткән йәкшәмбе Торатау итәгендә милли байрамыбыҙ - һабантуй үтте.


Быйыл Юрматы ерендә “Урал моңо” халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижад конкурс-фестиваленең галаконцерты уҙғарылыуы менән дә үҙенсәлекле булды ул. Сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ҡатнашты.


Байрам ауыл хужалығы алдынғыларының һәм “Урал моңо” халыҡ-ара конкурс-фестивале ҡатнашыусыларының парады менән башланып китте. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, һабантуйҙың бөгөн дә халыҡтың яратҡан байрамдарының береһе булыуын билдәләне.


Шулай уҡ ул муниципаль райондың иҡтисади үҫешенә байҡау яһаны, ауыл хужалығы тармағына айырым туҡталып, малдарҙы ҡышлатыу һәм сәсеүҙең ойошҡан рәүештә башҡарылыуын әйтте. Ваҡытында әҙерләнгән техника, ауыл хеҙмәтсәндәренең үҙ эшенә яуаплы ҡарашы – былар барыһы ла дөйөм һөҙөмтәгә йоғонто яһамай ҡалмай.


- Буласаҡ уңышҡа яҡшы нигеҙ һалынды. Район аграрийҙары тарафынан 24 мең гектар тирәһе майҙанда сәсеү эштәре башҡарылды. Иген культуралары 19,8 мең гектарҙы биләһә, техник культураларға 4 мең гектар самаһы майҙан тура килә, - тип сәсеү эштәрен ойошҡан рәүештә башҡарған хужалыҡтарҙы атаны.


Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова яҙғы-баҫыу эштәре тамамланыуы менән ҡотлап, районда ыңғай яҡҡа күп үҙгәрештәр булыуын иғтибарға алды. Ишембай артабан сәскә атһын, сабыйҙар тыуһын, йәштәр ҡайтһын, тигән теләктәрен теләне.


“Башплодородие” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Эльмир Асаевтың тәбрикләүҙәрендә лә юғары уңыш алырға, ауыр булмаған хеҙмәттә ҡаҙаныштарға өлгәшергә тигән изге теләктәр яңғыраны.


Ауыл хужалығы алдынғыларын тәбрикләү һабантуйҙың йәмле бер өлөшө. Иң элек сәхнә түренә Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булыусылар күтәрелде. Улар - “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән тракторсы-машинист Миҙәхәт Ҡотлоев, Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһы ветеринария станцияһының әйҙәүсе ветеринар табибы Нәсимә Баймырҙина, шулай уҡ ветринария станцияһынан Сәлих участкаһы мөдире Фәйрүзә Ғәлиуллина, “Яхин Венер Рәфҡәт улы” шәхси эшҡыуар пекарняһы водителе Фәрүәз Яхин.


Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе яҡташтарыбыҙҙы ла тәбрикләне. Ишембай мәҙәниәт һарайы директорының ижад буйынса урынбаҫары Фәнис Кәримов, “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Артур Мөхәмәтйәнов, Петровск ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Наталья Зубкова күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.


Ауыл сәнәғәте комплексы системаһында күп йылдар тырыш хеҙмәт иткән бер төркөм алдынғылар Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына эйә булды. “Вәлитов” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Фәрүр Вәлитов, “Привалов” крәҫтиәнфермер хужалығы слесары Анатолий Бардовский, “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең склад мөдире Валентина Васильева, “Интернационал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ветеринар табибы Нина Демидова, “Лейтер” крәҫтиән-фермер хужалығы малсыһы Ришат Хәйретдинов, “Едих” крәҫтиән-фермер хужалығы тракторсы-машинисы Илшат Янбаевҡа грамоталарҙы Эльмир Асаев тапшырҙы.


Ҡотлауҙарҙы артабан муниципаль район хакимиәте башлығы Марат Хөсәйен улы дауам итте. Сәхнәгә яҙғы-баҫыу эштәре буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән хужалыҡ етәкселәре саҡырылды. “Лейтер” крәҫтиән -фермер хужалығы 1-се урынға лайыҡ булһа, 2-се урынды “Привалов” крәҫтиән-фермер хужалығы, 3-сөлөктө “Интернационал” һәм “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре алды. Уларға муниципаль район хакимиәтенең дипломдары тапшырылды. Мал ҡышлатыу һөҙөмтәләре буйынса беренселек “Едих” крәҫтиән-фермер хужалығында, 2-се урын - “Интернационал”да, 3-сө урын “Лейтер” крәҫтиән-фермер хужалығында.


Һөтсөлөк-тауар фермалары араһындағы ярышта алдынғы урын биләүселәр ҙә данланды. 1-се урында “Интернационал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Восток фермаһы, 2-се урында “Лейтер” крәҫтиәнфермер хужалығының Көҙән фермаһы, 3-сө урында “Победа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Васильевка фермаһы.


Яҙғы-баҫыу эштәре буйынса бәләкәй предприятиелар араһында алдынғы урын алыусылар айырым тәбрикләнде. 1-се урынға “Искәндәров” крәҫтиән-фермер хужалығы, 2-се урынға “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, 3-сө урынға “Куликов” крәҫтиән-фермер хужалығы лайыҡ булды.


“Һөнәр буйынса иң яҡшылар”ҙы билдәләү ҙә матур йолаға әүерелгән. Быйыл “Иң яҡшы малсы” исемен Айрат Фәйзуллин, “Иң яҡшы механизатор” исемен Геннадий Фалеев, “Иң яҡшы йәш механизатор” исемен Азат Насыров, “Иң яҡшы водитель” исемен Олег Глазов яуланы.


Шулай уҡ байтаҡ хеҙмәт алдынғылары Ишембай районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын алды. Улар араһында машина менән һауыу операторҙары ла, тракторсылар ҙа, малсылар ҙа һәм башҡа һөнәр эйәләре бар ине.


Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ үтһен? Ишембай сәнғәт оҫталары сығышынан һуң, төп сәхәнәлә “Урал моңо” халыҡ-ара конкурсфестиваленең гала концерты башланды. Мәртәбәле был сараға төрлө тарафтарҙан ҡатнашыусылар килгән. Ҡырғыҙстандан, Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, шулай уҡ Әстерхан өлкәһенән, Алтай, Дағстан, Саха (Яҡутия), Тыва, Татарстан, Башҡортостандан вәкилдәр булды. Ҙур мәҙәни сарала ишембайҙар ҙа ҡатнашты. Рәфис Ишбаев, Ильяс Кинйәғолов дипломант исемен яуланы. Йәш һәләтле ҡыҙыбыҙ Ләйсән Ғәлимоваға Ҡаҙағстан Республикаһының Абай Әмирханов исемендәге дипломы тапшырылды һәм ул махсус приз - Ҡаҙаҡ халыҡ инструменты думбыра менән бүләкләнде.


Ҙур сәхнә эргәһендә халыҡ “Урал моңо”нда ҡатнашыусыларҙың йыр-моңон тыңлап кинәнһә, икенселәр спорт ярыштары, уйындар барған ергә йүнәлде. Кемдер рәхәтләнеп үҙе ҡатнашты, икенселәр ситтән күҙәтте. Тирмәләр эргәһенән дә халыҡ өҙөлмәне.





Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 47-48 һандарында (14.06.2018) уҡығыҙ.




Фото: автор.



Читайте нас: