Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Июнь 2018, 02:00

Ғүмер үренә артылғанда пар ҡанатың булһын ул

Ғаилә йылын ҙурлап, районыбыҙҙа төрлө күркәм саралар үтеп тора. Күптән түгел Маҡар ауылында оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән, өлгөлө хеҙмәт юлы үткән ғаиләләр тәбрикләнде.

Ғаилә йылын ҙурлап, районыбыҙҙа төрлө күркәм саралар үтеп тора. Күптән түгел Маҡар ауылында оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән, өлгөлө хеҙмәт юлы үткән ғаиләләр тәбрикләнде.


Хәлисә һәм Ғәлиулла Ғилмановтар, Ләлә һәм Юрис Ғарифуллиндар, Нурия һәм Бәхтегәрәй Мөхйәновтар, Гөлдәр һәм Фаяз Ғазалиевтар, Сәүиә һәм Риф Абдуллиндар, Мәрйәм һәм Әнүәр Йәғәфәровтар... Был ғаиләләр менән бергә күҙ алдына тотош бер дәүер баҫа – Маҡар леспромхозы гөрләп эшләгән, мәктәптәрҙә бер класта 25-30 бала уҡыған, ғаиләңдән алда йәмәғәт эше изге бурыс һаналған, күмәк эшкә дәртләнеп, иҫәпләшмәй тотонған замандар. Йәшлектәре, намыҫлы хеҙмәт йылдары ошо ваҡытҡа тура килә, әммә һағынып иҫләргә ҡалған тип, көрһөнөп йәшәй торған парҙарҙан түгел улар. Һәр береһе ауыл тарихына үҙ юлын яҙған.


Байрамды алып барыусылар Гөлиә Көмөшбаева менән Зөлфирә Таһирова күңелдәргә үтеп ингән һүҙҙәр әйтеп, ғүмер юлдарынан матур итеп бергә атлаусы парҙарҙы сәхнә түренә саҡырҙы. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфир Әлмөхәмәтов бөгөн йәштәргә тап ошондай ғаиләләр өлгөһө кәрәк булыуын әйтте.


- Бала саҡтан һоҡланып ҡараған, беҙҙе күп нәмәгә өйрәткән ағайҙар, апайҙар һеҙ. Биләмәлә матур, ишле ғаиләләр байтаҡ, әммә тап һеҙҙең миҫалда беҙ тотанаҡлыҡ, сабырлыҡ, бер-береңә ғүмерлек ихтирам, мөхәббәт өлгөһөн күрәбеҙ. Балаларығыҙға матур тәрбиә биреп, һөнәрле итеп, бөгөн улар менән ғорурланып йәшәйһегеҙ. Һеҙҙең кеүек ғаиләләр ауыл таянысы, тотҡаһы, - тине Әлфир Юнир улы байрам түрен йәмләгән парҙарға һаулыҡтеләп.


Ауыл имам-хатибы Юлай ағай Йомағужиндың әйткәндәрен дә залдағылар күңел төбөнә һалып ҡуйғандыр – ғаилә мөхәббәттән ҡала, ир менән ҡатындың әхлаҡлығына, тәрбиәһенә нигеҙләнә.


Ауылдың моңло һандуғастары Ләйсән Хужәхмәтова, Гөлнәзирә Иманғолова, Сәтирә Әхмәтйәнова башҡарған йырҙар, республика кимәлендә еңеүҙәре менән танылған йәш бейеүсе Илһам Ғималовтың сығышы сараны тағы ла йәмләне. Ә инде алып барыусыларҙың ҡыҙыҡлы хәтирәләрҙе иҫләп, һәр парға айырым мөрәжәғәт итеүе, уларҙың ныҡлы ғаилә ҡороу сере, төрлө хәлдән сығыу юлдары хаҡында уртаҡлашыуы мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйландырҙы. Ғүмере мәктәп эшендә үткән Фаяз ағай Ғазалиевтың гармунда йәшлек көйҙәрен уйнап ебәреүе лә иҫтәлектәрҙе яңыртты.


Әлбиттә, бындай байрамдарҙа иң тулҡынландырғыс мәл – балаларҙың, яҡындарҙың тәбрикләүе. Саралағы иң олпат пар, никах туйҙарына 55 йыл булған Мәрйәм апай һәм Әнүәр ағай Йәғәфәровтарҙың кейәүе Минебай Хәлитов һәр парға оҙон ғүмер теләп, йыр арнағанда, йөрәктәрҙе ошо бер уй-теләк берләштерҙе. Дүрт балаға ғүмер биреп, барыһын да юғары белемле иткән Сәүиә һәм Риф Абдуллиндарҙың ҡыҙы Гөлфирәнең, хәҙер инде билдәле ғалимәнең, һәр пар хаҡында бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашыуы, тап ошо матур өлгөнө күреп үҫеү кешене илһөйәр, бай рухлы итеүе тураһында әйткәндәре күңелдәге иң нескә ҡылдарҙы тибрәтте.


Эйе, һәр ғаилә ҡабатланмаҫ, һәр береһенең бәхеткә үҙ юлы. Ике яҡлы тырышлыҡ та, сабырлыҡ та кәрәк, тине

тәбрикләнеүсе парҙар йәштәргә мөрәжәғәт итеп. Ә ғаиләләрҙең һәр береһе хаҡында “Торатау” гәзитенең gazeta-toratay.rbsmi.ru сайтында уҡығыҙ, дуҫтар!




Фото: автор.


Читайте нас: