Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Июнь 2018, 02:00

Маҡарҙың уңған килене менән булдыҡлы улы

МАҠАРҘЫҢ УҢҒАН КИЛЕНЕ менән БУЛДЫҠЛЫ УЛЫ, тиҙәр Нурия Абдулла ҡыҙыһәм Бәхтегәрәй Әхмәтгәрәй улы МӨХЙӘНОВТАР хаҡында.

МАҠАРҘЫҢ УҢҒАН КИЛЕНЕ менән БУЛДЫҠЛЫ УЛЫ, тиҙәр Нурия Абдулла ҡыҙыһәм Бәхтегәрәй Әхмәтгәрәй улы МӨХЙӘНОВТАР хаҡында.


Ғаилә башлығы 1947 йылдың 1 апрелендә Маҡар ауылында донъяға килә. 1966 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң әрме сафына алына. Юғары уҡыу йортонда уҡып сыҡҡан тырыш егет хеҙмәт юлын Әрмет-Рәхим ауылында башлап ебәрә. Һуңынан бик оҙаҡ йылдар Маҡар урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. 40 йыллыҡ эш стажы бар Бәхтегәрәй ағайҙың. Хөкүмәтебеҙ ҙә Бәхтегәрәй Әхмәтгәрәй улының хеҙмәт юлын юғары баһалай – ауылдашыбыҙ БР Мәғариф алдынғыһы, СССР-ҙың Почетлы доноры тигән исемдәргә лайыҡ була.


Нурия Абдулла ҡыҙы 1951 йылдың март айында Әрмет-Рәхим ауылында донъяға килә. 1971 йылда яҙмыш уны Маҡар менән бәйләй. Хеҙмәт юлын пионер лагерында башлай. Һуңынан балалар баҡсаһында эшләй,ә 1990 йылда ауыл советына эшкә күсә. 2007 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы ул бында бухгалтер эшен алып барҙы.


Матур, сабыр пар хәҙер 47 йыл бергә. Балаларына терәк-таяныс булып, гөрләтеп донъя көтөп яталар. Бер ҡыҙ, ике ул үҫтергәндәр. Бәхетле атай-әсәй генә түгел, алты ейән-ейәнсәргә,ике бүлә-бүләсәгә изге күңелле олатай-өләсәй ҙә улар. Бер-берегеҙҙе әлегеләй бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын һеҙгә!


Фото: автор.


Читайте нас: