Юрис Сабир улы 1945 йылдың 13 октябрендә Маҡар ауылында тыуған. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ төҙөүселәр техникумына уҡырға инә. Уҡып бөткәс инде Ҡариҙел районына эшкә ебәрелә, әрме хеҙмәтен Алтай өлкәһендә үтә. Унан йәш егет тыуған ауылына ҡайтып, урман хужалығында столяр булып, һуңынан Петровскиҙа эшләй. 1972 йылда белемле, ныҡышмал, халыҡ менән уртаҡ тел таба белгән Юрис ағай Маҡар ауыл советына эшкә саҡырыла. 2006 йылға тиклем, 30 йылдан ашыу, эштәр менән идара итеүсе вазифаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты ул.