Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Июнь 2018, 02:00

Әхмәрҙә "Лагерь һылыуы"н һайланылар

Бөгөн Әхмәр ауылы мәктәбе лагерына йөрөүсе балалар өсөн "Лагерь Һылыуы - 2018" конкурсы үтте. Был исемгә лайыҡ булыу өсөн алты ҡыҙ һынау тотто.

Бөгөн Әхмәр ауылы мәктәбе лагерына йөрөүсе балалар өсөн "Лагерь Һылыуы - 2018" конкурсы үтте. Был исемгә лайыҡ булыу өсөн алты ҡыҙ һынау тотто.

Конкурстанттар өсөн ҡыҙыҡлы конкурстар үткәрелде. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, уңышлы сығыш һанылар. Сараны Насыров Азамат менән Маликов Артур матур итеп алып барҙылар.

Шулай итеп, "Лагерь һылыуы" исеменә Ҡотошова Ләйсән лайыҡ булды. Ҡалған ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде.




Читайте нас: