Байрам йыр-бейеү менән дауам итте. Шулай уҡ “Нефтсе” стадионында футбол, стритбол буйынса ярыштар, шашка һәм шахмат турнирҙары ойошторолдо. Велоспорт, бокс һәм башҡа спорт төрҙәре секцияларында шөғөлләнеүселәрҙең күрһәтмә сығыштары ла үҙенсәлекле булды. Иң әүҙем спортсыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.