Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июнь 2018, 02:00

Күңелле үтә каникулдар!

Алаҡай ауылы уҡыусы балаларҙың йәйге каникулын мөмкин тиклем күңелле уҙғарыу өсөн ауыл клубы мөдире ТОС ағзалары менән берлектә төрлө саралар уҙғара башланы.

Алаҡай ауылы уҡыусы балаларҙың йәйге каникулын мөмкин тиклем күңелле уҙғарыу өсөн ауыл клубы мөдире ТОС ағзалары менән берлектә төрлө саралар уҙғара башланы. Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан үткән саранан һуң 5 июндә тыуған игеҙәк ҡыҙҙар Настя менән Диананың тыуған көндәрен билдәләнек. Икенсе көндө 34 кешенән торған төркөм урманға экскурсияға юлланды. Өлкәндәр таған аҫып, бутҡа бешергәнсе, балалар рәхәтләнеп төрлө спорт уйындары уйнаны, йүгереү буйынса ярыштылар. Күңелле ярыштан өлөсәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы.


Иң ҡыҙығы тауҙан йомортҡа тәгәрәтеү булды. Башта һәр кем йомортҡаға үҙенә оҡшаған һүрәтте төшөрҙө. Артабан ике тиҫтәнән ашыу бала тауға йүнәлде, кем уҙарҙан тауға үрмәләп менгәс, бер аҙ хәл йыйып, юғарынан тороп тирә - яҡты күҙәтеү ҙә мауыҡтырғыс ине. Шунан йыл буйы көтөп алған мәл етте. Балалар һайт-һайтлап тау түбәненә йомортҡаларын тәгәрәтте, кемдең йомортҡаһы мөмкин тиклем алыҫҡараҡ тәгәрәй һәм шул уҡ ваҡытта үҙ формаһын юғалтмай, еңеүсе була ла инде. Был юлы ҡыҙҙар еңде.


Йүгерешеп өлкәндәр тороп ҡалған урынға килеп еткәндә, телде йоторлоҡ бутҡа көтә ине инде. Ысынлап та, яланда бешкән бутҡа бик тәмле булды. Киләһе йылда ла йоланы боҙмай ошо урынға ял итергә килергә булдыҡ.



Читайте нас: