Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Июнь 2018, 02:00

Рәхәтләнеп уйнаны балалар

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Алаҡай клубында ауыл балалары өсөн күңелле сара уҙҙы.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Алаҡай клубында ауыл балалары өсөн күңелле сара уҙҙы. Тәғәйенләнгән ваҡытҡа утыҙҙан ашыу бала йыйылғайны инде.


Иң башта күңелле поезға “ултырып” ҡыҙҙар-малайҙар балалар иленә юлланды. Ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреп, йомаҡтар, математик мәсьәләләр сисеп, килеп еткәс, «Туп менән хоккей», «Картуфты ҡалаҡ менән кем уҙарҙан йыйыу», «Шар менән һикереү», «Минең өләсәйем», «Күңелсәк маймыл» уйындарын уйнанылар, “Бәләкәй өйрәктәр” бейеүен бейенеләр. Һәр бер дөрөҫ яуап татлы приз менән дәртләндерелде.


Байрамыбыҙ түңәрәккә тороп «Ысын дуҫтар» йырын башҡарып тамамланды. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡәнәғәт булып таралышты.




Читайте нас: