Көндөң болотло булыуына ҡарамай балалар бик әүҙем килгәндәр ине. "Бөркөт" һәм "Ыласын" командаларына бүленеп, бирелгән йомаҡтарға бик осҡор яуап биргәндән һуң физик күнекмәләр ярышына тотондолар. Әсәй- өләсәйҙәре ҡул сабып дәрт биреп торҙо уларға. Вәлимә Йомағолова менән Әлфиә Кинйәбаева уйында ҡатнашҡандарға бүләктәр тапшырҙы.