Торатау
-18 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Май 2018, 02:00
Ишембайҙар республика күгендә балҡыны
24-26 майҙа Сибайҙа үткән “Ирәндек моңдары” тип исемләнгән башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың 14-се төбәк-ара конкурсынан Ишембай йырсылары тос уңыштар менән ҡайтты.
24-26 майҙа Сибайҙа үткән “Ирәндек моңдары” тип исемләнгән башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың 14-се төбәк-ара конкурсынан Ишембай йырсылары тос уңыштар менән ҡайтты.
Профессионал башҡарыусылар араһында Рәфис Ишбаев – икенсе, Ильяс Кинйәғолов өсөнсө урын яуланы. Үҙешмәкәр башҡарыусылары араһында Фәнил Кинйәғолов икенсе урынға лайыҡ булды.
Үткән шәмбе Өфө районында уҙғарылған боронғо рус йырҙары республика фестиваль-конкурсында ла яҡташтарыбыҙ уңышлы сығыш яһаны. Петровск ауыл мәҙәниәт йортоноң “Петровчане” халыҡ фольклор ансамбле 3-сө дәрәжә лауреат исемен алды.
Ишембайҙарҙың республика тормошонда ҡайнап йәшәүенә тағы ла бер дәлил - Яңы Әптек ауылында эшләп килгән “Тамаша” башҡорт халыҡ театры коллективы үткән йәкшәмбе БСТ телеканалында ”Алтын тирмә” программаһында ҡатнашты.
Фото:
https://vk.com/culture_of_ishimbay
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся