Этҡол ауылында яҡташыбыҙ Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы башҡорт йыры башҡарыусыларының асыҡ район йыр конкурсы үтте.
Бәйгене үткәреүҙең маҡсаты - яңы тауыштар эҙләү, рухи хазиналарыбыҙға һөйөү тәрбиәләү, Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың ижадын пропагандалау, йәш башҡарыусыларҙың ижадиэшмәкәрлегенә ярҙам итеү.
Конкурста 7 йәштән алып 81 йәшкә тиклемге 35 йырсы ҡатнашты. Сараға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән Мәүлетбай Ғәйнетдинов ижадын яратҡан йыр һөйөүселәр ҙә йыйылды. Башҡарыусылар жюри хөкөмөнә йырсының репертуарынан һәм халыҡ йырҙарын тәҡдим итте.
- Мәшһүр яҡташыбыҙ, районыбыҙҙың ғорурлығы Мәүлетбай Ғәйнетдинов исемендәге асыҡ район бәйгеһе районда икенсе тапҡыр үткәрелә. Киләсәктә беҙ уны республика кимәленә сығарырға уйлайбыҙ, - ти Ишембай районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Нәсимә Собханғолова.
Бәйгеселәрҙең сығыштарын абруйлы сәнғәт әһелдәре - Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ишембай ҡалаһы һәм районының почетлы гражданины, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Солтанова (жюри рәйесе), композитор Юлай Үҙәнбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Лилиә Ишемйәрова баһаланы. Йырсының яҡындары, туғандары килеүесараға тағы ла мәртәбә өҫтәне.
- Этҡол ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренә ошондай ҙур сара үткәреүҙәре өсөн тәрән рәхмәтлемен. Минең бала сағым ошонда үтте. Атайым ауылдаштары янына ҡайтып, концерттар менән сығыш яһарға ярата ине. Әле лә Һәләүек буйҙарына ҡайтҡан һайын, атайыбыҙҙың моңло йырҙары ишетелгән һымаҡ. Үҙем Тәтешле районында йәшәйем, тыуған яҡтарға йыш ҡайтам. Мине атайыма оҡшаған тиҙәр, тауышым да матур, уның бөтә йырҙарын яратып йырлайым. Атаһына оҡшаған ҡыҙ бала бәхетле була тиҙәр, ысынлап та шулайҙыр. Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек, минең ике ҡустым да йырларға ярата, - тип хис-тойғолары менән бүлеште Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың ҡыҙы Гөлнара Хәмзина. Сараға йырсының ярты быуат тиерлек тормош һуҡмаҡтарынан бергә атлап үткән ҡатыны Талибә Тимерхан ҡыҙы ла килгәйне.
– Беҙ Мәүлетбай менән 49 йыл йәшәнек. Үҙемде бик бәхетле ҡатын тип иҫәпләйем. Ҡайғы- шатлыҡтарҙы бергә уртаҡлаштыҡ, матур итеп йәшәнек. Уны әле лә һағынам, моңло тауышы һаман ҡолағымда сыңлай. Мәүлетбай миңә бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәне, балаларын бик яратты. Гастролдәргә эйәреп йөрөмәнем, өйҙә көтөп ала инем. Бер-беребеҙгә ышанып йәшәнек. Олоғайғас та хистәребеҙ һүнмәне, - тип йылы хәтирәләр менән иҫкә алды ул тормош иптәшен.
Конкурсанттарҙың барыһының да тиерлек сәхнәнән алыҫ торған һөнәр эйәләре булыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың ҡыйыулығына, башҡарыу оҫталығына һоҡланырға ғына ҡала. Әлбиттә, ябай тамашасы күҙлегенән сығып һәр сығышҡа баһа бирергә мөмкин, әммә миңә ҡалһа, уларҙың барыһы ла үҙенсә моңло, талантлы, һәр сығыш күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәтте. Бигерәк тә балаларҙың үҙ телдәрендә халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуҙары жюри ағзаларының да, залда ултырған тамашасыларҙың да күңеленә хуш килде. Бәйге булғас, еңеүселәр ҙә, еңелеүселәр ҙә була. Жюри ағзалары һәр сығышты юғары баһаланы. Салауат ҡалаһынан 13 йәшлек Эльвина Байрамғолова, үҙешмәкәр йырсыларҙан Уразбай ауылынан Зөлфиә Вәлиева, профессиональ йырсыларҙан Ильяс Кинйәғолов Гран-приға лайыҡ булды. Беренсе урында 3 кешегә бирелде: 7-14 йәшлек балалар араһында Ишембай ҡалаһынан Алина Зәйнуллина, үҙешмәкәр йырсылар араһында Ҡолғона ауылынан Рәмис Әминев, профессиональ йырсылар араһындв Рәфис Ишбаев. «Башҡорт сәнғәтенә тоғролоҡ», «Башҡорт классик музыкаһын пропагандалау», «Тамашасылар һөйөүе», «Башҡорт халыҡ йыры йолаларын һаҡлау» кеүек номинациялар ҙа үҙ хужаларын тапты. Бәйгелә Салауат ҡалаһынан килгән Рузалина Ғиззәтуллинаға 8 йәш булһа, сығыш яһаусыларҙан иң олоһо Римма Бирҙинаға 81 йәш ине. 77 йәшлек Йәүҙәт Ильясовтың, 68 йәшлек Хәбирә Иркәбаеваның сығыштарын да халыҡ яратып ҡараны. Әбйәлил районынан килгән Гөлсинә Илһамова 2-се урынға лайыҡ булды. Бер генә сығыш яһаусы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларҙың һәр береһе дипломдар менән бүләкләнде. Сара һуңында Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың тормош иптәше Талибә Тимерхан ҡыҙы сәхнәгә күтәрелеп, район етәкселәренә үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, йырсы тураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште. Ошо көндө Этҡол ауылы клубына республикала беренселәрҙән булып «Күп тармаҡлы клуб» танытмаһы тапшырылды. Республика халыҡ ижады үҙәге район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, Этҡол ауыл хакимиәте башлығы Нәсимә ӘйүповағаРәхмәт хаттары тапшырҙы.