Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Май 2018, 02:00

Улар һаман беҙҙең йөрәктә

Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арнап "Улар һаман беҙҙең йөрәктә " тип аталған байрам тантанаһы уҙҙы.

73 тапҡыр илебеҙгә яңы һулыш, яңы көс-ҡеүәт, шатлыҡ менән Еңеү байрамы килә.
8 майҙа Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арнап "Улар һаман беҙҙең йөрәктә " тип аталған байрам тантанаһы уҙҙы.
Һуғыш тиҫтәләрсә миллион кешене тол, йәтим, ғәрип итте. 20 миллиондан артыҡ кешенең ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлөү, юғалтыуҙарыбыҙҙың иң ауыры булды.18-19 ғына йәшлек егеттәребеҙ яу яланында ятып ҡалды.
Беҙҙең Ҡанаҡай ауылынан ғына ла Тыуған илде дошмандан азат итәргә 162 кеше фронтҡа китә, шуларҙың 73-ө яу ҡырында ятып ҡала.
Ваҡыт аяуһыҙ алға бара, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡаһармандарың сафтарыла һирәгәйгәндән –һирәгәйә. Бөгөнгө көндә беҙҙең ауылыбыҙҙа ла 90 ветерандан бер генә ветеран - Миңлеғолов Әүхәди Батыргәрәй улы. Аллаға шөкөр, әлеге кәндә ул иҫән-һау.
Беҙҙең Бөйөк Еңеү хаҡындағы иҫтәлек быуаттан-быуатҡа нығынһын, бар доньялағы тыныслыҡ һөйөүсе кешеләрҙе берләштерһен. Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерҙәрен аямаған батырҙарға мәңгелек дан! Ҡаһарман ветерандарыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ, шатлыҡ ҡыуаныстар һәм бәхет теләйбеҙ.
Читайте нас: