Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Май 2018, 02:00

Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ветерандар

Этҡол ауылында Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләгән тантаналы саралар уҙҙы.

8 майҙа Этҡол ауылында Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләгән тантаналы саралар уҙҙы. Өсөнсө йыл рәттән Еңеү парадында ветерандарыбыҙ, тыл хеҙмәтсәндәре, уҡыусылар һәм ауыл халҡы ҡатнашты.


Байрам сараһының икенсе өлөшөндә - митингта Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәте, һуғышта ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нәсимә Ғайса ҡыҙы Әйүпова, Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығының ер һәм мөлкәт буйынса урынбаҫары Фәрхәт Тимерхан улы Йосопов, ветерандар Советы рәйесе Тәнзилә Хәбибрахман ҡыҙы Аҫылгәрәева сығыш яһаны.


Ошонда уҡ байрамға килеүселәр һалдат бутҡаһынан ауыҙ иттеләр. Мәҙәниәт йортоноң сәхнәһендә дауам иткән матур һәм тулҡынландырғыс концерт номерҙары күптәрҙең күңелдәренә һуғыш әфәттәрен һәм юғалтыуҙарын күҙ алдына баҫтырҙы.


Читайте нас: