Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Май 2018, 02:00

Дәһшәтле йылдар шаңдауы

Әрметрәхим ауыл клубында Бөйөк Еңеүгә арналған "Дәһшәтле йылдар шаңдауы" исемле театрлаштырылған байрам уҙҙы.

Әрметрәхим ауыл клубында Бөйөк Еңеүгә арналған "Дәһшәтле йылдар шаңдауы" исемле театрлаштырылған байрам уҙҙы.


Сара Батырҙар һәйкәле янында башланды. Хөрмәтле ветераныбыҙҙы, инәй-бабайҙарыбыҙҙы ауылыбыҙҙың имам-хатибы, депутат һәм ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ҡотлап сығыш яһанылар. Укыусыларыбыҙ Бөйөк Еңеугә бағышлап шиғырҙар һөйләне.


Һуғышта һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде, һәйкәлгә сәскәләр һалынды.


Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауылдаштарҙы ялан ашы менән һыйланы. Байрам ауыл клубында концерт менән дауам итте.


Читайте нас: