Көҙән ауылы мәҙәниәт йортонда Ғаилә йылы уңайынан илле йыл бергә ғүмер итеүсе парҙарҙы тәбрикләү кисәһе уҙҙы. Иң түрҙә һоҡланғыс, матур тормош юлын үтеүсе парҙар - Рәмзиә менән Зөфәр Вәлиевтар, Тәнзилә менән Мөхәммәт Ғәлиуллиндар булды.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Алтынбаев, юбилярҙарҙың балалары, туғандары, дуҫтары ҡотлау сәләмдәре менән сығыш яһаны. Ҡотлауҙар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Юбилярҙарға иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, яҡындарының изгелеген күреп оҙон-оҙаҡ имен тормошта йәшәргә яҙһын, тигән теләктәр яңғыраны.