Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Май 2018, 02:00

Ижади кисә күңелдәрҙе ҡанатландырҙы

Байғужа ауылы бай хужалыҡ менән генә түгел, күӊел байлығы, көй-моӊға маһир, бар яҡтан да һәләтле блған кешеләре менән дә дан тота.

Байғужа ауылы бай хужалыҡ менән генә түгел, күӊел байлығы, көй-моӊға маһир, бар яҡтан да һәләтле блған кешеләре менән дә дан тота. Уларҙыӊ береһе – һәүәҫкәр көй ижад итеүсе, баянсы һәм нефть эшмәкәре, әлеге көндә Ишембайҙың нефть колледжы уҡытыусыһы Ринат Ғиниәт улы Иҙелбаев. Ауыл мәҙәниәт йортонда уға арналған кисә уҙҙы.


Сарала оло башын кесе итеп, йыраҡ юлды яҡын итеп Өфөнән яҡташыбыҙ, мәктәптәшебеҙ - шағир, тәржемәсе, Башҡортостандыӊ атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены лауреаты, Ишембай районыныӊ почетлы гражданины Риф Фәйзрахман улы Мифтахов та ҡатнашты.


Концертыбыҙҙа яӊғыраған йырҙар Риф Мифтахов, Рәшит Назаров, Рәми Ғарипов һәм Рәйес Түләков шиғырҙарына Ринат ағай ижад иткән көйҙәренә булды. Баянда үҙе сығарған көйҙәр яңғырыны.


Гармун моӊона арнап, күп йырланыр йырҙар.

Шиғырҙар ҙа әле күпләп яҙылыр.

Үҙәктәрҙе өҙгән төнгө гармун моӊо

Ағылыр ҙа әле ағылыр!

Байғужала бер бәхетле ҡыҙға

Бер гармунсы бәлки табылыр.

Таӊ алдында һандуғасты көнләштереп

Гармун моӊо йәйрәп таралыр.

Ауылымдыӊ ғорурлығы булып

Яӊы таланттар ҙа бәлки яралыр.

Тау башынан сихри моӊ йәйрәһә,

Йөрәк яралары уӊалыр.

Көсөм етеп, киреп бесән сапҡан саҡта,

Урман аҡланында туҡтап ҡалдым.

Мыҡты баҫҡан бер имәнгә уралып үҫкән

Нәҙекәй билле ҡайынын күреп, хайран ҡалдым.

Дуҫтарым бар көнләштереп донъя көткән,

Имәнен бөгөн сағыштырам Ринат менән.

Аҡландағы аҡ ҡайыны – Тәнзиләһе,

Имәненә иркәләнеп, һыйынып үҫкән бергенәһе.


Байғужа башланғыс мәктәбе уыусылары Алмаз, Азат һәм Инсаф «Гармун» тип аталған сәхнәләштереү ҙә күрһәттеләр. Гөлшат Ҡорбанғәлиева Рәшит Назаров һүҙҙәренә, Ринат Иҙелбаев көйөнә яҙылған «Гөл» йырын башҡарҙы.


Ринат ағай менән Тәнзилә апай Иҙелбаевтарҙың ғаиләһе тормош ҡороп йәшәүҙәренә быйыл 45 йыл тултыра. Башҡортостанда Ғаилә йылы уңайынан ошо матур ваҡиғаға ла иғтибар бүленде, ҡотлау һүҙе менән Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдус Әмирханов сығыш яһаны.


Талантлы яҡташыбыҙ менән үткән был ижади кисә ауылдаштар күңеленә хуш килде, кәйефтәрҙе күтәрҙе.


Сараны ойоштороуҙа, үткәреүгә ҙур өлөш индергән ағинәйҙәребеҙгә оло рәхмәтлебеҙ.
Читайте нас: