Яңы шатлыҡ артты донъяға.
Уға һөйөп, әсәһе һәм оло ил баға!
Бына ошондай шиғыр юлдары менән башланып китте Этҡол ауылының күп функциялы клубында үткәрелгән "Тыуған көнөң менән, сабый" тип аталған сара. Сәхнә түренә бер йәшкә тиклемге йәш сабыйҙары булған дүрт ғаилә - Рима һәм Рафиҡ Ҡаһармановтар, Венера һәм Фаил Вәлиевтар, Гөлназ һәм Тимур Хәлиловтар, Гөлшат һәм Илдар Ғөбәйҙуллиндар күтәрелде. Ауыл халҡы уларҙы алҡыштар менән ҡаршыланы.
Ғаиләгә иғтибарҙы арттырыу, төшөнсәһенең дәрәжәһен күтәреү яғынан ошондай сараларҙың үткәрелеп тороуы һәйбәт күренеш. Этҡол ауылында йәш ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, балалар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн ҙур хәстәрлек күрелә. Клубта үткәрелгән сара ла шуның матур миҫалы ул. Тимур һәм Гөлназ Хәлиловтар бәпес туйына ҡыҙҙары Әлисә менән килгән. Гөлназ Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында психолог һәм эштәргә идарасы һөнәрен үҙләштергән. Ҡала тормошо- на ерһенмәй, кейәүгә сыҡҡас та тыуған ауылына ҡайтып төпләнеп, Тимур Хәлилов менән донъя ҡороп, бәхетле, мөхәббәтле тормош көтә улар.
- Тимур менән яратышып өйләнештек, тәүге улыбыҙ Амурға 2 йәш тә 7 ай, уға ике йәш тулғанда, Әлисә ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ошондай саралар беҙҙе, йәштәрҙе, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, тормошта тыуған ҡыйынлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа өйрәтә. Ауыл ерен- дә йәштәргә йәшәүе ауыр түгелме тип һорағандарға мин шуны әйтер инем: ауылда ла бына тигән итеп йәшәп була. Тик ялҡауланмаҫҡа кәрәк. Яратҡан шөғөл табып, шуның менән күңелгә рәхәтлек алып йәшәйем. Ҡул ҡаушарып ултырмайым. Мин, икенсе балам тыуғас, магазиндан матур туҡымалар алып, ҡыҙыма күлдәктәр тегә башланым, яңы тыуған бәпестәрҙе бала табыу йортонан алып ҡайтыу өсөн юрғандар, «конверттар» тегәм. Эшемде оҡшатып, дуҫтарым да заказ бирә башланы. Бер- береңде яратып, хөрмәт итеп йәшәгәндә, тормоштоң бар ауырлыҡтарын еңергә, аҡса ла табырға була, - ти Гөлназ Хәлилова.
- Бындай матур йолаларҙы үткәреү 1990 йылдарҙа юға- лып ҡалғайны, уның яңынан тергеҙелеүе һәйбәт күренеш. Йәштәр үҙ халҡының йолаһын белеп үҫергә тейеш. Шул йәһәттән был сара ҙур әһәмиәткә эйә, - тине Уразбай ауылының ветерандар созы рәйесе Мөҡҡәдәс Иҙрисов. Сәхнәгә сығып, йәш ғаиләләргә үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.
Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Нәсимә Әйүпова сәхнә түренән йәш ғаиләләрҙең һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, тап ошондай ғаиләләрҙең ауылда төпләнеп, атай- олатай нигеҙен һыуытмай, матур итеп йәшәүҙәренә ғорурланыуын белдерҙе.
- Ғаилә йылында йәш ғаи- ләләр һаны артһын, уларҙа татыулыҡ, тыныслыҡ, дуҫлыҡ булһын, һәр йортта шат балалар тауышы ғына яңғырап торһон, ә беҙ уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ, - тине ул.
Был көндө Этҡол ауылы клубы гөрләп торҙо. Үҙешмәкәр артистарҙың сәхнә түренән яңғыраған матур йырҙары тамашасылар күңеленә хуш килде. Ысынлап та, халҡыбыҙ милли асылын юғалтмаһын, киләсәккә ышаныслы баҡһын тиһәк, иң беренсе ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы, ғөрөф- ғәҙәттәрҙе тергеҙергә кәрәктер. Үҫеп килгән быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә Этҡол ауылының күп функциялы клубында үткәрелгән сағыу сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.