Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Апрель 2018, 02:00

Йәшәһен өләсәйҙәр!

27 апрелдә Кинйәкәй ауылы мәҙәниәт йортонда "Йәгеҙ әле, өләсәйҙәр!" конкурсы үтте.

27 апрелдә Кинйәкәй ауылы мәҙәниәт йортонда "Йәгеҙ әле, өләсәйҙәр!" конкурсы үтте.


Ғаиләлә ейәндәрен тәрбиәләшеүҙә өләсәйҙәрҙең роле бик ҙур икәнен яҡшы беләбеҙ. Сараға килгән өләсәйҙәр "Изгелек" һәм "Хәстәрлек" исемдәрен алып, ике командаға бүленешеп уйнаны. Ғаиләгә бағышланған йомаҡтар систе, бишек йыры йырланы, ҡурсаҡ биләү, бәпес күлдәге тегеү, бәйләм бәйләү, радиола диктор шикелле әкиәт һөйләнеләр, үҙҙәрен һүрәткә лә төшөрҙеләр.


Жюри ағзалары был бәйгелә дуҫлыҡ еңде, тип баһаланы.


Читайте нас: