Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Апрель 2018, 02:00

Һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ!

Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йортонда "Тормош һуҡмағынан бергә-бергә" тигән исем аҫтында юбилей кисәһе үткәрелде.

Ҡанаҡай ауылы мәҙәниәт йортонда "Тормош һуҡмағынан бергә-бергә" тигән исем аҫтында юбилей кисәһе үткәрелде. Был бай йөкмәткеле кисә бергә 50-60 йыл татыу ғүмер иткән парҙарға арналды.
Мендельсон маршы көйө аҫтында сәхнәгә күтәрелеүселәр - иңгә-иң терәшеп, бәхетле ғүмер кисергән, ауылдың абруйын, хөрмәтен яулаған ветерандар - 50 йыл бергә пар күгәрсендәй гөрләшеп йәшәгән Имам менән Рәмзиә Латиповтар, 60 йыллыҡ юбилейынҙарын билдәләүсе Бәхтийәр менән Лена Иҙрисовтар, Зәкәриә менән Гөлсирә Янбаетар, Мидхәт менән Нәфисә Янбаевтар.
Юбиляр парҙарҙы Ишәй ауыл биләмәһе хакимәте башлығы Гөлнара Кәримова ихлас ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы . Балалары, туғандарының күңел түренән сыҡҡан ҡотлау һүҙҙәре байрам тойғоһон арттырҙы. Сәскә гөлләмәләре, бүләктәр, йыр-бейеү - барыһы ла ошо матур, хөрмәтле юбилярҙарға бағышланып, һәр береһенең бәхетле үткән тормош юлы фотолары экранда күрһәтелеп барҙы.
Кисәнең һуңында байрамды алып барыусылар эштә лә, тормошта ла, ғаиләһендә лә һынатмаған ошондай матур–матур парҙарҙан йәштәребеҙ үрнәк алһын, тыуған төйәгебеҙҙә ныҡлы, берҙәм, ғүмерлек никахтар күберәк булһын ине, тип йомғаҡланылар.


Читайте нас: