Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Апрель 2018, 02:00

Кешегә изгелек эшләүҙән йәм табып йәшәй

Ҡала мәҙәниәт һарайында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһенә лайыҡ булыусы, Ишембай ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданины Мәрйәм Солтанованың 80 йәшлек юбилейына арналған байрам тантанаһы үтте.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһенә лайыҡ булыусы, Ишембай ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданины Мәрйәм Солтанованың 80 йәшлек юбилейына арналған байрам тантанаһы үтте.


Юбилярҙы тәбрикләргә Өфөнән, республиканың төрлө тарафтарынан ҡунаҡтар, уның ижадын яратҡандар, хөрмәт иткәндәр йыйылды. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин Мәрйәм Солтанованы барлыҡ ишембайҙар исеменән ҡотлап, уның районыбыҙҙа ғына түгел, республика кимәлендә лә билдәле шәхес булыуын билдәләне, уңыштарының нигеҙе тормошто, хеҙмәтте һөйөүгә тығыҙ бәйле икәнлеген әйтте. Мәҙәниәт өлкәһендә генә түгел, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүенә һоҡланыуын белдерҙе.
Һәләтле йырсы, композитор, уҡытыусы, дирижер хаҡында ижад байрамында бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Йәш быуынға музыкаль белем биреүгә индергән өлөшө айырыуса ҙур иғтибарға алынды. Әле лә Мәрйәм Солтанова арымай-талмай тыуған еренә, тыуған халҡына тоғро хеҙмәт итә һәм бөгөн дә сәнғәт күгендә балҡып яна. Былтыр, мәҫәлән, “Көҙгө һулыш” республика фестиваль-конкурсында уның етәкселегендә эшләп килгән Маҡар мәктәбе уҡытыусыларының “Аҡ юл” хоры Гран-приға лайыҡ булды.
Байрам тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙына намыҫлы хеҙмәте һәм мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вәкилдәренең ҡотлауы ла сараға мәртәбә өҫтәне. Мәрйәм Солтанова Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Ҡотлауҙар йыр-бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Күберәк Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы яҙған йырҙар яңғыраны. Улар күңелгә ятышлы, тәбиғи булыуы менән айырылып тора. Композитор бигерәк тә яҡташ шағирәләр менән матур ижади бәйләнештә хеҙмәт итә. Берлектә яҙылған йырҙар ижад байрамын тағы ла байытты.
Мәртәбәле йәшкә аяҡ баҫһа ла, Мәрйәм Солтанова бөгөн дә ижади мөхиттә ҡайнай, йәмәғәт эштәренең уртаһында ла ул. 2015 йылдан районда “Ағинәйҙәр” йәмғиәтен етәкләй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, республика “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Гөлфиә Янбаева уның ағинәйҙәр эшен бик ойошҡан, йәнле алып барыуына рәхмәт белдереп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” тигән миҙалы менән бүләкләне. Ә инде Смаҡай ағинәйҙәренең юбилярға арнап сығарған ҡотлау таҡмаҡтары ижад байрамына йәм өҫтәп ебәрҙе.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙын район ҡатын-ҡыҙҙар советының иң әүҙем ағзаларының береһе итеп тә беләбеҙ. Муниципаль район хакимиәте эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Шаһиеваның, советтың иң әүҙем ағзаларының тәбрикләү сығыштарында Ишембай ерендә ошондай шәхес булғанлығына ғорурланыу ҙа, һоҡланыу ҙа сағылды һәм юбилярҙың тәрән хөрмәткә лайыҡ икәнлеге әйтелде.
Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы 10 йыл Мәсәғүт педагогия училищеһында студенттарға музыкаль белем бирә. Хәҙер инде үҙҙәре лә оло йәшкә еткән уҡыусылары юбилярҙы ҡотларға килеп Мәрйәм Солтановаға хөрмәт һәм ихтирам билдәһен күрһәтте. “Сибәр, кешелекле, шул уҡ ваҡытта талапсан да уҡытыусыны бик ныҡ яраттыҡ, тырышып уҡыныҡ”, - тип һөйләне улар студент йылдарын хәтерләп.
Ҡотлау һүҙҙәрен әйтергә ашҡыныусылар бер-бер артлы сәхнә түрен биләне. Улар араһында ауылдаштары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре - барыһы ла бар ине. Залда урын алған абруйлы ҡунаҡтар рәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нәжиә Аллаярова, күренекле шағирәләр Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышева һәм башҡалар булды.
Үҙ эшен мөкиббән башҡарған һөнәр оҫтаһы, бәхетле әсә, яратҡан өләсәй – быларҙың барыһын да үҙендә туплаған Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы лайыҡлы рәүештә был көндө тәрән ихтирамлы, йылы һүҙҙәргә күмелде.
Ошондай күркәм байрам ойошторғандары, шатлығы менән бүлешкәндәре өсөн кисә аҙағында юбиляр рәхмәтен белдерҙе.
Байрам Маҡар урта мәктәбе уҡытыусыларының “Аҡ юл” хоры, Ҡолғона ауылының “Һандуғас” вокал халыҡ ансамбле, Ишембай мәҙәниәт йортоноң “Йәншишмә” һәм Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң башҡорт халыҡ хорының берлектәге сығышы менән тамамланды. Мәрйәм Солтанова көйө, Ғәлиә Кәлимуллина һүҙҙәренә “Бәхет бар ул” тигән йырға залдағы тамашасылар ҙа дәррәү ҡушылды.
Фото: автор.
Читайте нас: